Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2019, 21:01

Көн үҙәгендә — экология

Башҡортостанда атмосфераға предприятиеларҙан ағыулы матдәләр сығыу күләме йылдан-йыл кәмей.

Ил Президенты Владимир Путинның Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә экология проблемаларына мөһим урын бирелде. Ул, атап әйткәндә, сәнәғәт ҡалдыҡтарын үтилләштереү, атмосфераға зарарлы газдар сығарыуҙы кәметеү, табиғәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙы һөҙөмтәлерәк тормышҡа ашырырға саҡырҙы.

Мәғлүм булыуынса, быйыл яҙ предприятиеләрҙан атмосфераға зарарлы газдар сығарыу күләмен 20 процентҡа тиклем кәметеү тураһында закон проекты әҙерләнәсәк. Владимир Путин билдәләүенсә, яңы закон әлеге өлкәләге проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Ил башлығы, шулай уҡ, алдағы бер нисә йыл дауамында ҡалалар янындағы 30 эре сүплек юҡ ителергә тейеш, тип белдерҙе.

“Экология” дөйөм дәүләт проектына ҡараусы “Таҙа һауа” федераль проекты буйынса Владимир Путин экологик бәләгә тарыған һәм атмосфераһын ашығыс яҡшыртыу талап ителгән 12 ҡаланы экологик хәүефтән тиҙерәк арындырырға кәрәклеген һәм, алдағы алты йылда уларҙа һауаға зарарлы матдәләр сығарыу кәмендә 20 процентҡа кәмергә тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған биш йылда атмосфераның зарарлы матдәләр менән ағыуланыу индексы йылдан-йыл кәмей. Өфөлә, мәҫәлән, был индекс – 9-ҙан 3-кә, Стәрлетамаҡта – 12-ҙән 3-кә, Благовещенда 5-тән 2-гә ҡалған.

— Республиканың Ижтимағи палатаһында ил Президенты Путиндың мөрәжәғәтнәмәһе сиктәрендә Башҡортостанда башҡарылаһы эш программалары ҡабул ителде һәм махсус комиссия уның менән даими шөғлләнәсәк, — тип белдерә палата рәисе урынбасары Олег Галин. — Экология проблемалары ентекле өйрәнеүҙе талап итә. Һуңғы айҙарҙа Сибай ҡалаһындағы хәл-ваҡиғалар ҙа быны асыҡ күрһәтте.

Әлбиттә, ҡайһы бер эре сәнәғәт предприятиеларының экология проблемаларына битараф ҡалыуы бер кемде лә ҡәнәғәтләндермәй. Әйләнә-тирәгә зыян килтереүселәр тейешле язаһын алырга тейеш. Яңы ғына Ижтимағи палатала “Кроношпан-Башҡортостан” йәмғиәте етәкселеге менән осраштыҡ.

Яҡын арала бәйһеҙ эксперттар, җәмәғәтселек вәкилдәре менән берлектә әлеге предприятиела осрашыу үткәрергә килешелде. Беҙ унда йәмғиәттең һауаны, тирә-яҡтағы һыу сығанаҡтарын зарарлы матдәләрҙән һаҡлау буйынса ниндәй саралар күрелеүен өйрәнәсәкбеҙ.

“Ҡыҙыл таң” гәзитенән.
Читайте нас: