Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Февраль 2019, 20:08

Ҡаныҡай урта мәктәбендә хәрби-патриотик тәрбиә айлығы

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған“Зарница” уйындары юғары кимәлдә үтте

Ҡаныҡай урта мәктәбендә хәрби-патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Был йүнәлештәге эш февраль айында айырыуса әүҙемләшә.

Мәктәп спортзалында ай буйына балаларҙың сағыу тауышлы командалары яңғырап торҙо:

- Отряд, равняйся, смирно!

- Раз, два, раз, два...

Йыл һайын уҙғарыла килгән “Зарница” уйындарын малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа көтөп ала. Уҡыусыларҙың теләк менән көс һынашҡан ярыштары бер ай самаһы дауам итте. Мәктәп уҡыусылары ике командаға бүленеп, командаларға үҙенсәлекле исемдәр биреп уҡыуҙа, оҫоллоҡта, таһыллыҡта, мәргәнлектә көс һынашты.

Хәрби-патриотик уйындарҙы ойоштороусы, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы Сәфәрғәлиев Рөстәм Мөхәммәт улы үҙе лә хәүефле йылдарҙа Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән. Уның көр тауышы балалар үҙҙәрен ысын һалдат итеп тойорға, командаларҙы аныҡ, теүәл үтәргә саҡыра.

Алдан төҙөлгән программаға ярашлы хәрби йыр смотр-парадына һәр команда ентекле әҙерләнде, отрядҡа исем, девиз, йыр һайланы. Турникта күтәрелеү һәм аҫылынып тороу, алыҫ һәм яҡын арауыҡта йүгереү, пионербол, ҡул көрәше, санитарҙар ярышы, күңелле старттар, снайперҙар, ориентир буйынса йүгереү балаларҙы сыныҡтыра, көрәш сәме уята. Үҙе лә оҫта шахматсы булған Рөстәм Мөхәммәт улы уҡыусылар араһында шахмат уйнау буйынса бәйгеләр ҙә уҙғара. Шул уҡ ваҡытта, төрлө ярыштарҙан тыш, уҡыуға ла иғтибар бирелә, уҡыу буйынса балдар һана.

Был ярыштарҙан берәү ҙә ситтә ҡалмай. Клас етәкселәре лә үҙ класы өсөн борсола, ойоштора, алға әйҙәй. Ә биология уҡытыусыһы Әлмирә Тәлғәт ҡыҙы иһә тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса балаларҙы һынап ҡарай. Был күнекмәләр ауыр хәлгә тарығанда юғалып ҡалмаҫҡа, тиҙ арала булған белемдәрен ҡулланырға, әүҙем булырға өйрәтә.

Ә уҡыусыларҙың марш менән тигеҙ атлап, командаларҙың бер-бер артлы йырлап йөрөүҙәре үҙе бер тамаша. Мәктәп уҡыусылары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап стена гәзиттәре сығарҙы, рәсемдәр күргәҙмәһе әҙерләне.

Уҡыусылар был айлыҡты “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы менән тамамлап ҡуйҙы. Әлбиттә, бындай саралар балаларҙа патриотик рух уята, команда менән бер бөтөн булып эшләргә өйрәтә, һәр кемгә яуаплылыҡ өҫтәй, маҡсатҡа ынтылыш булдыра.

Сөмбөл Әсфәндиәрова,

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыһы.
Читайте нас: