Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Февраль 2019, 22:47

Башҡортостанда Урман форумы үтә

Ул 1 мартта Ҡариҙел районында ойошторола. Форумда урман сәнәғәте тармағын үҫтереү, ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланыу һәм халыҡты ағас менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡарала. Уның эшендә республика етәкселеге, депутаттар, урмансылар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашыуы көтөлә.

Урман хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Айрат Искәндәров:

- Урман форумының төп маҡсаты - власть органдары, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәтселектең урман комплексы өлкәһендәге көнүҙәк һорауҙарын асыҡтан-асыҡ ҡарау, был проблемаларҙы хәл итеү юлдарын һәм киләсәктә урман тармағының үҫеш юлдарын барлау. Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр, урман һәм ағас эшкәртеү предприятиеларын ҡарау ойоштороласаҡ. Унда 300 ашыу делегация ҡатнаша. Урманды тергеҙеү, ағас эшкәртеү кеүек темалар күтәрелә. Был форум республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендә үтә.
Читайте нас: