Дим буйҙары
+13 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
27 Февраля 2019, 07:08
Рәсәйҙә хәҙер “Вожатый” һөнәре рәсми рәүештә теркәлде
Вожатыйҙар өсөн һөнәри стандарттар раҫланыу тураһында Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, 2017 йылдан күпселек педагогия вуздарында вожатыйҙар әҙерләү буйынса эш башлағайны. Бөгөн 100-ҙән ашыу юғары уҡыу йорто студенттар өсөн ошоға ярашлы уҡытыу программаһы ҡуллана.
Һәр йылды ял лагерына меңләгән бала юллана. Әлбиттә, бер нисә аҙна буйына улар өсөн вожатыйҙан да яҡыныраҡ кеше булмай. Ул, баланың ялын күңелле һәм хәүефһеҙ итеү менән бергә, уны күп нимәгә өйрәтергә лә бурыслы.
Вожатый — уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә, психолог та, ойоштороусы ла, иҗади хеҙмәткәр ҙә ул. Шуға ла уға ҡарата бик юғары талаптар ҡуйыла. Иң алдынғы балалар лагерына һайлап алғанда вожатыйҙың юғары педагогик белемен генә түгел, өҫтәмә уҡыу үтеүен дә иҫәпкә алалар.
Был һөнәрҙе һайлаусылар Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында профилле уҡыу үтә ала.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"