Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 17:23

Бала саҡ илендә

Йыл һайын февраль айында Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбенә сығарылыш уҡыусылары йыйыла

Мәктәп коллективы ҡунаҡтарҙы, элгәре уҡыусыларҙы ҡаршы алды. Был уңайҙан әҙерләнгән фотостендтар, махсус сығарылған стена гәзиттәре кисәге уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың карашын үҙенә йәлеп итте. Кемдер был фотоларҙа үҙенең бала сағына, ә кемдер һаман да күңел түрендә һаҡланған уҡытыусының йөҙөнә баҡты – был көндө барыһы ла үҙенең йәшлеге менән осрашҡайндай булды. Уҡыусылар бай йөкмәткеле байрам концерты әҙерләне, унда шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Конкурстар айырыуса күңелле үтте.

Күркәм сараны асып, мәктәп директоры Вәкил Ғайса улы Әхмәтйәнов телмәр тотто. Ул һәммәһен дә байрам менән ҡотлап үтте һәм мәктәп тормошо, уҡыуҙа hәм спортта ирешкән уңыштар тураһында һөйләне. Сарала уҡытыусыларҙы — хеҙмәт ветерандарын hәм баҡыйлыҡҡа күскән уҡытыусыларҙы ла хөрмәтләп иҫкә алдылар.

Тышта һалҡын ҡыш булһа ла, был осрашыуҙа мәктәпкә, педагогтарға булған йылы хистәр күңелдәрҙе елкендерҙе. Мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар коридорҙар буйлап йөрөнө, мәктәп музейында булды, унда барыһын да педагогик хеҙмәт ветераны, йәш быуынды тәрбиәләүҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы Нилә Сәхиулла ҡыҙы Ғәлимуллина ҡаршы алды. Парта артында ултырҙыҡ, класс етәкселәре менән аралаштыҡ. Кемдеңдер күңеле шатлыҡҡа тулды, ә кемделер моңһоу хистәр солғап алды.

Ваҡыт уҙа, барыһы ла үҙгәрә, hәр кемдең үҙ яҙмышы. Быуындан-быуынға күсә килгән мәктәп йолалары ғына үҙгәрмәй. Белем усағы hәр ваҡыт бала саҡ иле булып ҡала. Ябай ауыл мәктәбенән үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, уның ни тиклем әhәмиәле булыуын нығыраҡ аңлай башлайһың.

Байрамды әҙерләгән өсөн 10-сы класс етәксеһе Г.Ә. Хисаметдиноваға, кисәне матур итеп алып барған өсөн И. Яхина hәм А. Саниевҡа, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Р.Г. Әхмәтоваға, класс етәкселәре Р.Ф. Ярмиева, Г.Р. Ҡәйүмова, Ф.М. Ярмиеваға ҙур рәхмәт.

Рәүзиә ӘХМӘТОВА,

Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: