Дим буйҙары
-16 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 17:55

Иғтибар үҙәгендә – йәштәр

Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк филиалында уҡыусылар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү буйынса профилактик эш алып барыла

— Уҡыу йылы башынан йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы hәм енәйәттәрҙе киҫәтеү буйынса профилактик эш башлана, — тип һөйләй Бәләбәй колледжы филиалының социаль педагогы Ольга Григорьева. — Алдан уҡ мәғәриф учреждениеһында ғына түгел, бәлиғ булмағандар, үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау өсөн район эске эштәр бүлеге, «Вектор» йәштәр үҙәге, район үҙәк китапханаһы hәм Бишбүләк тарих-этнография музейы менән берлектә комплекслы саралар планы төҙөлә. Район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияһы менән берлектә тығыҙ эш алып барыла.

Колледж филиалында уҡыусылар контингенты ябай түгел. Бында ғәҙәттә беҙҙең райондан, БР-ҙың Миәкә, Бәләбәй райондарынан hәм Ырымбур өлкәһенең Пономаревка районынан егеттәр hәм ҡыҙҙар белем ала. Йәштәре — 15 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге hәм унан да өлкәнерәктәр, сөнки араларында хеҙмәт итеп ҡайтыусылар ҙа бар. Күп кенә егеттәрҙе армия сафтарына уҡыу ваҡытында саҡыралар, күптәр хәрби хеҙмәттән һуң уҡыуын дауам итә.

— Эштә «Вектор» йәштәр үҙәге менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды, — тип дауам итә Ольга Григорьева. — Беҙҙә йыш ҡына педагог-ойоштороусы Әлфиә Уканеева, педагог-психолог Наталия Ғилемйәнова, социаль педагог Сирена Миниярова hәм йәмәғәтселек менән эшләүсе төп белгес Галина Кудряшова була. Улар документаль фильмдар ҡарау менән асыҡ дәрестәр-лекциялар үткәрергә ярҙам итә, һуңынан улар буйынса фекер алышалар. Профилактик эш менән шөғөлләнеп, шәхси hәм төркөмләп тә әңгәмәләр үткәрәләр. Волейбол буйынса спорт ярыштары ҡыҙыҡ уҙа, уларҙа «векторҙарҙың» hәм уҡыусыларҙың ҡатнаш командалары уйнай. Спорт яҡынайта hәм бер-береһе менән уртаҡ тел табырға ярҙам итә.

Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә беҙҙең үтенесебеҙгә hәр саҡ ҡолаҡ һала. Людмила Чернова әҙәби персонаждар миҫалдарында батырлыҡ дәрестәре, төрлө викториналар менән әҙәби ҡунаҡ бүлмәләре уҙғара. Уҡыусылар район китапханаһында үткәрелгән сараларҙа йыш ҡатнаша. Бишбүләк тарихи-этнография музейы хеҙмәткәрҙәре Роза Иванова hәм Вероника Мөхәмәтова менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙ даими рәүештә музейға экскурсияларға төрлө иҫтәлекле hәм тарихи даталар буйынса ойошторолған тематик күргәҙмәләргә йөрөйбөҙ.

Беҙҙең уҡыу йортоноң йыш ҡунаҡтары — хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, полицияның участок уполномоченныйҙары Алексей Иванов hәм Дмитрий Кудряков, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның өлкән инспекторы Лиана Денисламова hәм инспектор Айгөл Дүсембаева.

Владимир Смолов.

Автор фотоһы.