Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 02:04

Кәрәк булһа, Сибай карьерының шахталары туҡтатылыр – Радий Хәбиров

Кәрәк булһа, Сибай карьерының шахталары ябылыр. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 27 февралдә Сибай халҡы менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.

Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын Сибай карьерындағы хәл һәм унда алып барылған эштәр тураһында һөйләне. Сибайҙа йәшәүселәрҙең береһе карьерҙы ябыуҙы һәм бөтә эштәрҙе туҡтатыуҙы, ҡаланы «таҙа урынға» күсереүҙе талап итте.

Әлеге ваҡытта, Андрей Козицын һүҙҙәренсә, шахтаның яртыһы ябылған һәм таусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе тора — 800 самаһы кеше эшһеҙ ҡала. Ул шахта ябылған осраҡта шахтерҙарҙың һәм тау мастерҙарының эш мәсьәләһе хәл ителер тип вәғәҙәләне.

«Әгәр ҙә миңә фәнни мәғлүмәттәр, проектлау институттары, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика структуралары, Роспотребнадзор күрһәтмәләре нигеҙендә эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн шахтаны туҡтатырға кәрәк тип әйтһәләр — шахта туҡтатылыр. Бер ниндәй ҙә иҡтисади дәлилдәргә ҡарамаҫтан — вәғәҙә бирәм. Әле эштәр алып барыла, ваҡыт билдәләнгән, барыбыҙ ҙа был эштәр һөҙөмтәле булыр тип ышанабыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас в