Был турала республика Йәмәғәт палатаһының мәктәп буллингына ҡаршы эш итеүгә арналған түңәрәк өҫтәлендә Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе Вәсилә Абдрахманова хәбәр итте.
«Тимәк, әле республикала 500-ҙән саҡ ҡына күберәк педагог-психолог эшләй, – тип билдәләне Башҡортостандың Мәғариф министрлығы вәкиле. – Ләкин был мәсьәләлә алға китеш бар. 2018 йылда 80 кеше республика мәктәптәрендә социаль педагог һәм психолог булып эшләй башланы».
Вәсилә Абдрахманова һүҙҙәренсә, Мәғариф министрлығы алдында 2020 йылға Башҡортостандың бөтә мәктәптәрен психологтар менән тәьмин итеү бурысы тора.
Шуны әйтеп үтәйек: мәктәптәрҙә психологтар етешмәүе проблемаһын буллинг мәсьәләһе сиктәрендә тикшерҙеләр. Эшсе төркөм белгестәре һәм ҡатнашыусылары билдәләүенсә, мәктәп буллингын иң беренсе социаль педагогтар асыҡларға һәм көрәшә башларға тейеш.