Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2019, 11:49

Урманды арендаға биреү тәртибе үҙгәрә

Төҙөлөш өсөн урман алыуға электрон сиратта Башҡортостанда йәшәүсе 12 мең кеше тора. Урман киҫергә рөхсәт алыу өсөн һигеҙ йыл сиратта торорға кәрәк.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әлеге мәсьәләнең бар яғын да иҫәпкә алып, ул йорт төҙөү өсөн үҙҙәренең ер участоктары булған кешеләргә ташламалы рәүештә урман алыуҙы бүлергә тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе халыҡҡа ҡәтғи талаптарҙы бөтөрөргә ҡушты.

"Домокомплект" республика программаһы сиктәрендә һуңғы йылда ни бары 60 йорт комплекты һатылған.

- Был бик аҙ. Кәрәк булһа, әлеге программа буйынса һиҙелерлек алға китеш өсөн 150 миллион һум табасаҡбыҙ, - тине республика етәксеһе һәм тейешле ведомстволарға йөкләмә бирҙе.

- Урман диләнкәләрен арендаға биреү тәртибен яңынан ҡарарға кәрәк. Аукциондар урынына, ағас эшкәртеү йыһаздары булған әҙерләүселәрҙе конкурс нигеҙендә һайлап алырға кәрәк. Юғиһә, аукциондар аша урманды компьютерҙар һатыу менән шөғөлләнеүсе компаниялар ала тигән һүҙ,. - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Читайте нас: