Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2019, 18:36

Апрелдә Өфөлә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең VIII съезы уҙа

«Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы тәҡдиме менән 2019 йылдың 18 апрелендә Өфө ҡалаһында Урындағы үҙидара көнөнә ҡарата саралар, шул иҫәптән Башҡортостан муниципаль берәмектәренең VIII съезын уҙғарырға хәл ителде. Урындағы үҙидара көнө һәм Муниципаль берәмектәр съезы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була.

Документ менән съезды һәм сараларҙы уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Уны республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкләй.

Ойоштороу комитетына — Муниципаль берәмектәр съезын үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау, ә республика хөкүмәтенә уны уҙғарыу буйынса сығымдарҙы финанслау бурысы йөкмәтелгән.

Республиканың урындағы үҙидара органдарына муниципаль
Читайте нас: