Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2019, 18:10

Диколь Сәскә магазины: һәр кемгә яҡшы кәйеф бүләк итәбеҙ

8 март – календарҙың иң күңелле байрамдарҙың береһе. Күптәр яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарына нимә бүләк итергә тип баш вата. Бүләк яратҡан кешеһенә оҡшаһын, яҙғы көндә ул ҡояш кеүек балҡыһын ине.

Нәфис өр-яңы сәскә бәйләме – һөйөклөһөнә генә түгел, ә әсәһе, ҡыҙы йәки дуҫтары, хеҙмәттәштәре өсөн дә иң яҡшы бүләк. Ул яҙ килеүен символлаштыра. Һоҡланыу, иғтибар һәм ҡайғыртыусанлыҡты белдерә. Һәр ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙ өсөн идеаль флористик композицияны нисек һайларға “Ди Коль” сәскәләр салонында тәжрибәле флористар әйтәсәк. Бында яңы өҙөлгән сәскәләр, әҙер бәйләмдәр һәм һауыттарҙа сәскә атып ултырыусы үҫемлектәрҙең ассортименты һәр ваҡыт бик ҙур. Роза һәм хризантемалар, ләлә һәм лилиәләр, гербергерҙар һәм башҡа бик күп иҫ киткес, тере сәскәләр. Сүлмәктәрҙә бүлмә гөлдәренең яңы төрҙәре – кампанула, мединелла, гардения, камелия, орхидеяларҙың яңы төрҙәре – мильтония. Камбрия бар.

“Ди Коль”салонының уңайлы атмосфераһында теләһә ниндәй зауыҡҡа тап килерҙәй үҫемлектәр һайларға, әҙер букет һатып алырға йәки уны флористар ярҙамында үҙеңә айырым төҙөргә була. Һәр һатып алған сәскә композицияһы үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ һәм яратып яһалған буласаҡ. Салондың уникаль фирма стиле һәр сәскә бәйләменән сәнғәт әҫәре яһай.

Әгәр ҙә флористик бүләк һайлай алмайһығыҙ икән...

Затлы монобукет. Был классик вариант. Һөйгән йәрегеҙ йәки әсәйегеҙ өсөн бына тигән бүләк. Ул һәр ваҡыт һоҡланыу уята һәм һеҙҙең хистәрегеҙ тураһында теләһә ниндәй һүҙҙәргә ҡарағанда, яҡшыраҡ белдерәсәк. Әгәр һеҙҙең яратҡан кешегеҙ роза яратмай икән, гортензия, нәфис фрезия һәм башҡа үҫемлектәрҙән торған ҡупшы монобукеттарға иғтибар итегеҙ.

Ҡатнаш композиция. Әлеге вариант йәш ҡыҙҙар һәм шат күңелле ханымдар өсөн бына тигән бүләк буласаҡ. Төрлө үҫемлектәрҙән берҙәм төҫтәге ҡатнаш композиция бик тә ҡулай буласаҡ.

Әгәр унда сезонлы үҫемлектәр булһа, ябай сәскә бәйләме уникаль һәм ҡабатланмаҫ, тулҡынландырғыс һәм нәфискә әйләнә. Яҙғы яңырыу һәм тормош уяныуына бәйле гүзәл ләлә сәскәләре, нарцисс, крокус. Незабудка һәм умырзаяларҙа яҡшырыраҡ сағылыш таба. Әлеге сәскәләр монобукеттарҙа ла, ҡатнаш композицияларҙа ла бик яҡшы күренә. Классик гөлләмәләр – сағыу мимозалар. Ҡояшлы төймәләр теләһә ниндәй сәскә бәйләменә байрам төҫө өҫтәй.

Әгәр сәскә бүлшәк итеү ғәҙәти күренеш тип һанаһағыҙ, “Ди Коль” сәскә салоны авторлыҡ композициялары, конфеттар һалынған букеттар һәм сәскә бәйләмдәре яһау менән шөғөлләнә. Шоколад хәрефтәре, баҡса еләге, “Рафаэлло” менән һоҡландырғыс композициялар һәм сәскәләр ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғәжәпләндерәсәк.

Эшләпә тартмаларында композициялар ябай булмаған бүләк. Стилле биҙәү сәскәләргә айырым элегантлыҡ һәм Европа ҡупшылығы өҫтәй.

Әгәр клиент сәскәләрҙе яҡын кешеһенә нисек тапшырырға белмәй, йәки быны үҙенсәлекле итергә теләһә, салон әлеге мәсьәләне ыңғай хәл итергә ярҙам итә. “Амур” исеменән тапшырыу.

“Ди Коль” сауҙа салоны ҡәҙимге көндәрҙә ялһыҙсәғәт 9-ҙан 22 сәғәткә тиклем һәм байрам көндәрендә тәүлек буйы эшләй. Dikol_studa_cvetov. 89174841004.

Ирина Михайлова.
Читайте нас: