Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2019, 19:29

Музейҙағы осрашыу

Күптән түгел Дүсән ауылындағы К.Хәкимов исемендәге музейҙа Сәғүд Ғәрәбстанында 2010-2017 йылдарҙа илсе булған Олег Озеров менән йылы осрашыу булып уҙҙы.

Әлеге мәлдә Кәрим Хәкимов тураһында китап яҙған Олег Озеров данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған төйәге менән яҡындан танышыу өсөн Дүсән ауылына килгән. Сәфәр барышында ул Кәрим Хәкимов музейында булды, күренекле дипломанттың тормошона бәйле дакументтар менән танышты, мәҙәни үҙәктә булырға ла ваҡыт тапты, шулай уҡ халыҡ менән дә аралашты. Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин менән әңгәмә барышында, Кәрим Хәкимовтың исемен йәштәр араһында танытыу тураһында ла һүҙ алып барылды. Олег Озеров Кәрим Ғәбдрәүф улының 130-йыллыҡ юбилейы уңайынан китап сығарырға ниәтләй.
Читайте нас: