Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, иҫке йорттарҙа йәшәүселәр яңы биналарҙы боҙасаҡ. Һүҙ Мәскәүҙәге реновация темаһынан башланған. Йәнәһе лә, “хрущевка”нан яңы йортҡа күсеүселәр уны бер-ике йылда уҡ йәмһеҙләп бөтәсәк. Кешеләр быға үҙ фекерен белдерә башлаған икән, чиновник һүгенеп тә ебәргән.
«Что, подгорело? Ты какая категория скотобазы из хрущевки: бухаешь, колешься, бросаешь мусор в подъезде, орешь по ночам или все сразу?», — тип яҙған Жарков Фейсбукта.
Һуңғы йылдарҙа, Рәсәй тик алға бара, санкцияларҙан ҡурҡмай, фәлән-төгән, тибеҙ. Ә бәғзе бер түрәләр ҡайҙа бара икән? Ябай халыҡты аңламағандар өсөн ике арала тәржемәсе кәрәкмәйме? Йә ауыҙҙарын ябыр өсөн махсус дәрестәр? Илдә “хрущевка”ларҙа ғына түгел, ә ятаҡтарҙа ла кеше лыҡа тулы. Бөтәһе лә “элитный”ҙа йәшәй алмай шул. Ил әлегә ундай кимәлгә етмәгән...