Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2019, 14:39

Тәлғәт Тажетдинға "Дуҫлыҡ" ордены тапшырылды.

Ошо көндәрҙә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәйҙең Баш мөфтөйө, РФ мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға "Дуҫлыҡ" ордены тапшырҙы.

Тәлғәт Сафа улы Тажетдин 1948 йылдың 12 октябрендә Ҡазанда эшселәр ғаиләһендә тыуа. Ҡазандың 27-се мәктәбендә уҡый. Атаһы Минсафа һәм әсәһе Рәшиҙә Тажетдиновтар динле кешеләр булған. Олатаһы кулак тип табылып һөргөнгә оҙатыла. Тәлғәт Тажетдинда дингә ҡарата һөйөүҙе Маһира өләсәһе тәрбиәләгән, улар нәҫелендә суфиҙар булған.

1963 йылда Тәлғәт Тажетдин профтехучилищеға уҡырға инә. Көндөҙ уҡып, кистәрен мәсеттә ислам буйынса ғилем алып, көнсығыш телдәрен өйрәнеүгә бағышлаған.

Тәлғәт Тажетдин 18 йәше тулғандың икенсе көнөндә - 1966 йылдың 13 октябрендә Бохаралағы “Мир-Араб” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Был уҡыу йортонда төрлө йылдарҙа Шиһабетдин Мәржәни, Ғәлимйән Баруди, Рауил Ғәйнетдин, Әхмәд Ҡадиров кеүек кешеләр уҡыған.

1978 йылда Тәлғәт Тажетдин Ҡаһирәлә урынлашҡан әл-Әзһәр ислам университетында белем ала. "Мәржәни" мәсетенең имам-хатибы булып эшләй.

1980 йылдың 19 июнендә - СССРҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диния назараты рәйесе һәм мөфтөй итеп һайлана.

Тәлғәт Тажетдин өйләнгән, ике ҡыҙы һәм өс улы бар. Ҡатыны Сания Әбдрәүеф ҡыҙы. Йәмәғәте менән 50 йылдан ашыу ғүмер кисерәләр. Сания Әбдрәүеф ҡыҙы тыумышы менән Ҡазандан, уның атаһы Әжем мәсетенең имам-хатибы булған. Ҙур ҡыҙҙары Наилә ире һәм биш балаһы менән Өфөлә йәшәй. Ҡыҙҙары Зөлфиә ире һәм өс балаһы менән шулай уҡ Өфөлә йәшәй, ире Наил банк системаһында эшләй. Улдары Зөфәр мәктәпте тамамлап, Өфөлә мәҙрәсәлә белем алған,унан һуң Төркиәлә уҡыған. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты типографияһында - директор. Улдары Мөхәммәт мәктәпте тамамлағас, Кувейтта уҡыған. Рәсәй мосоллмандарының Үҙәк Диниә назараты администрацияһының етәксеһе, Башҡортостандың Үҙәк Диниә назараты башлығы. Кесе улдары Ғүмәр иһә урта белем алғандан һуң, Төркиәлә уҡыған. Тәлғәт Тажетдиндың 15 ейән-ейәнсәре бар.

Тәлғәт Тажетдин тураһында ҡыҙыҡлы факттар

1. 1980 йылдарҙа Тәлғәт Тажетдин СССР-ҙа дини тормошно кире ҡайтарыуҙа әүҙем эшмәкәрлек алып бара: Бохараға уҡырға Татарстандан һәм Башҡортостандан бик күп йәштәрҙе ебәрә, Ҡазанда Ҡөрьәнде баҫтырып сығарыуға өлөш индерә, мәсеттәр асыла башлай.

2. 1989 йылдан мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Изге Болғар йыйынын ойоштора. Был сара 922 йылда Болғар ҡалаһында Исламдың дәүләт дине булараҡ ҡабул ителеүе уңайынан үткәрелә.

3. Тәлғәт Тажетдин Нурлат районының атаҡлы Киҙләү мәҙрәсәһен тамамлаған дин ғалимы Әхмәтзәки Сафиуллинды үҙенең остазы итеп таный.

4. Тәлғәт Тажетдин Яр Саллыла "Тәүбә" мәсете, Өфөлә "Ләлә-Тюльпан" мәсете, Әлмәттә Ринат Ғәлиев исемендәге мәсет, Ҡазанда "Ҡол Шәриф" мәсете төҙөлөштәрен башлап ебәреүсе һәм попечителе.

5. 2001 йылда Софияла (Болгария Республикаһы) Тәлғәт Тажетдин татарҙарҙың болгарларҙан килеп сығышы тураһында фекерен әйтә: “Шулай ҙа беҙҙе татарҙар тип атайҙар, ысынында иһә беҙ болғарҙар. Болғарҙар (булгары) – болғарҙарҙың (булгары) иң яҡын туғандары, тик беҙ Иҙел буйында ҡалдыҡ, ә улар Дунайға китеп славяндар менән ҡушылғандар”. Әлеге фекере Болғар Республикаһының телевидениеһында һәм гәзит биттәрендә донъя күргән, тип яҙа "Российская газета" ( 03.10.2001).

6. Тәлғәт Тажетдин мәктәптәрҙә әхлаҡ дәрестәре индереү кәрәклеге тураһында әйтә: "Хәҙер мәктәптәрҙә традицион конфессияларҙың мәҙәни һәм тарихи нигеҙҙәре уҡытыла. Шулай уҡ әхлаҡ тәрбиәһе өйрәтелергә тейеш”.

7. Болғар ислам академияһын тантаналы рәүештә асҡанда Тәлғәт Тажетдин : “Болғар традицион исламдың үҙәгенә әүерелергә тейеш", – тип белдерә.

8. Уның иң яратҡан әҫәре - Мөхәммәт әл-Газалиҙең "Ихья улюм әд-дин" китабы.

9. 1996 йылда Тәлғәт Тажетдинға Шәйх-әл-ислам титулы бирелә.

10. Тәлғәт Тажетдин төрлө йылдарҙа, төрлө фекерҙәр булған замандарҙа ла ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ата-бабаларыбыҙ тотҡан динде һаҡлау яҡлы була, кире тәьҫир итә торған деструктив көстәрҙе ситкә этәрә. Ул Рәсәйҙәге генә түгел, сит илдәрҙәге бик күп дин әһелдәренең рухи остазы.

Бүләктәре һәм ҡаҙаныштары:

2013 йылдың 13 октябрендә IV дәрәжәләге “Ватан ҡаршыһында ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнгән.

2018 йылдың 11 декабрендә Рәсәй Динара советы Президиумы ултырышында баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назарәты рәйесе Тәлғәт Сафа улы Тажетдинға тантаналы рәүештә Рус православие сиркәүенең юғары бүләге – I дәрәжә «Дан һәм Намыҫ» орденын тапшырғандар.

2001 йылда Рус биография институты тарафынан Тәлғәт Тажетдин динара бәйләнештәрен нығытҡан өсөн “Йыл кешеһе” итеп билдәләнгән.

2019 йылдың 5 мартында Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәйҙең Баш мөфтөйө, РФ мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Сафа улына “Дуҫлыҡ” орденын тапшырҙы.

"Интертат"тан алынды.
Читайте нас: