Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2019, 13:25
Тимер юл вокзалы ни хәлдә?
Быйыл Өфө тимер юл вокзалының төп бинаһын реконструкциялау дауам итә.
Хөкүмәттә үткән “Транспорт сәғәте”ндә республиканың Транспорт һәм юл хәрәкәте дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итеүенсә, график буйынса подвалда һәм цоколь ҡаттарҙа эште дауам итеү, фасадты биҙәүҙе тамамлау ҡарала. 2020-2021 йылдарҙа 2-се һәм 3-сө платформаларҙы реконструкциялау планлаштырыла.
2017 йылда республика менән “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте араһында вокзалды яңыртыуҙың һуңғы этаптарын финанслау тураһында килешеү төҙөлгәйне. Уға ярашлы, грунтты нығытыу, һыу үткәргес, инженер селтәрҙәре төҙөү өсөн “Рәсәй тимер юлдары” – 842, республика 303 миллион һум бүлә.
Яңыртҡандан һуң вокзалдың халыҡты һыйҙырышлылығы өс тапҡыр артырға тейеш.
'Башҡортостан' гәзите.'
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"