Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март 2019, 17:36

Кескәйҙәр өсөн бал

Балалар ижады үҙәге был көндә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө мауыҡтырғыс тамашалар һәм ижади һәләттәрҙе асыу зонаһына әйләнде

Йәш принцессалар өсөн карнавал һәм театрлаштырылған тамашалар, ғәмәли сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, викториналар, фотоға төшөү, татлы тәмлекәстәр менән сәй эсеү ойошторолдо. Визажист һәм парикмахер ҙар мөйөшө айырым популярлыҡ яуланы, унда райондың иң яҡшы белгестәре хеҙмәт күрһәтте һәм уларҙың тырышлығы менән кескәй ҡыҙҙар күҙ алдында матурланды. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Мөхлис улы Зарипов сәләмләп үтте һәм бәләкәй принцессаларҙың балын үткәреү киләсәктә матур бер йолаға әүерелер, тип белдерҙе.

Артабан күңелле көйҙәр аҫтында барыһы ла акт залына йүнәлде һәм тылсымлы тамаша башланды. Билдәле “Мадагаскар” мульфильмының әкиәт геройҙары “Зоопарктан ҡасыу” тамашаһын сәхнәләштерҙе, сараны алып барыусы феялар тапҡырлыҡҡа конкурс үткәреп, иң яҡшы тип танылған һылыуҡайҙарҙы билдәләне. Үҙҙәрен нәзәкәтле, һоҡланғыс итеп күрһәтә алған ҡыҙҙарға “Мисс грация”, “Мисс совершенство”, “Мисс очарование” титулдары бирелде. Бында ла ысын балдағы кеүек, һәр принцесса бейеүгә төштө. Байрам аҙағында һәр ҡатнашыусыға яҙ символы – бүләк һәм сәскәләр тапшырылды.

Был байрам беҙҙең районда тәүге тапҡыр үткәрелде, - ти байрамды ойоштороусыларҙың береһе, Бишбүләк районының “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Надежда Сидорова. – Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, минеңсә, беҙҙең байрам яҡшы килеп сыҡты.

Һуңғы йылдарҙа республикала мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүгә ҙур иғтибар бүленә, был йәһәттән төрлө саралар уҙғарылыуы шатландыра. 8 Мартта Өфөлә кескәй принцессалар балы үткәрелә, унда республиканың барлыҡ төбәгенән балалар ҡатнашасаҡ. Беҙ иһә район кимәлендә шундай байрам уҙғара алыуыбыҙға шатбыҙ. Ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың ҡәнәғәт йөҙҙәренә ҡарағанда, һәммәһе лә ыңғай тәьҫораттар алғандыр тип ышанам. Бөгөн ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә тупланыҡ тиергә була, киләсәктә беҙ мөмкин тиклем күберәк райондаштарҙы йәлеп итеп, бындай байрамдарҙы тағы ла үткәрәсәкбеҙ.

Кескәйҙәр өсөн иҫ киткес сара үткәреүгә ярҙам ҡулы һуҙған Наилә Фәйзуллинаға, (“Мир вкуса” кафеһы), Гөлназ Ғәзизова һәм Таңһылыу Әхмәтйәноваларға “Гөлназ Ғәзизова” студияһы), Анна Захарова (“Флоренция” салоны), Елена и Александр Давыдовтар ғаиләһенә (“Царь-праздник” агентствоһы) рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың тырышлығы һәм изгелектәре менән бер көнгә булһа ла беҙҙең ҡыҙсыҡтарыбыҙ үҙҙәрен ысын принцессалар итеп тойҙо.
Читайте нас: