Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2019, 12:50

Ҡайҙа үлем һаталар?

Республикала “Үлем менән ҡайҙа һатуу итәләр, хәбәр ит” Бөтә донъя наркотиктарға ҡаршы акцияһының беренсе этабы башланды. 11 марттан республиканың ведомство һәм министрлыҡтарының “ҡайнар линия”лары эшләй башлаясаҡ. Наркотиктар һаҡлау, һатыу урындарын, наркомандар ояһы тураһында белеүселәр был хаҡта тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында хәбәр итә ала.

“Сообщи, где торгуют смертью” акцияһында һәр шылтыратыу, һәр хәбәр мөһим. Сөнки наркотиктар таралыу менән көрәштә мәғлүмәт иң һөҙөмтәле сара булып ҡала. Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идараһы хеҙмәткәрҙәренә әйтер һүҙегеҙ булһа, һеҙҙе теләһә ниндәй полиция бүлегендә ҡабул итәсәктәр. Шулай уҡ Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында Ышаныс телефоны эшләй. Теләгән һәр кем 8(347) 279-32-92 номерын йыйып, наркотиктарҙың таралыуы, кемдең дә булһа тыйылған матдәләр ҡулланыуы, притондар ойоштороп ятыуы тураһында хәбәр итә ала.

Бар мәғлүмәт тә тикшереләсәк, бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Анонимлыҡ гарантиялана. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идараһы хеҙмәткәрҙәре – граждандарҙың актив социаль позицияһына өмөтләнә.

'Өмөт'' гәзитенән.
Читайте нас: