Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2019, 08:35
Ике яҡташыбыҙ Рәсәйҙең билдәле 50 ҡатын-ҡыҙы исемлегенә инде
«Медиалогия» компанияһы 2018 йылдың мартынан 2019 йылдың мартына тиклем Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары медиарейтингын төҙөгән
. Өфөлә тыуып үҫкән ике яҡташыбыҙ билдәле 50 гүзәл зат вәкиле исемлегенә инде. Һигеҙенсе урында — Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина (бер йылда киң мәғлүмәт сараларында хәбәрҙәр һаны — 66 274). Рок-йырсы Земфира 48-се баҫҡыста тора (12 174 хәбәр).
Рейтинг лидерҙары — Рәсәй дипломаты, Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова (158 474 хәбәр), Рәсәй сәйәсмәне, журналист Ксения Собчак (135 265) һәм телевидение алып барыусыһы Ольга Бузова (118 566).
Медиарейтинг 49 меңдән ашыу сығанаҡты (ТВ, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет киң мәғлүмәт саралары) үҙ эсенә алған «Медиалогия» системаһы нигеҙендә Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында баҫылған хәбәрҙәр һаны буйынса төҙөлгән.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июль , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июль , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"