Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Март 2019, 18:32

Хаҡлы ялға сығыу йәшен кәметәләр ҙә, арттыралар ҙа

Рәсәй халҡының күпселеге иҫәп­лә­үенсә, ҡартлыҡ пенсия йәшенә етеү менән башлана. Ә донъя­ла пенсияға сығыу йәше берҙәй түгел. Мәҫә­лән, былтыр Рәсәйҙә үткә­рел­гән пенсия реформаһы нигеҙендә ҡатын-ҡыҙ өсөн ул – 60, ир-ат өсөн 65 йәш тип билдәләнде.

Ҡыҙыҡ, ә пенсия йәшен кәметкән илдәр бармы Ер йөҙөндә? Ғәжәп, әммә был – ысынбарлыҡ. Быйыл Италияла пенсия йә­шен кәметмәкселәр. Ил президенты тарафынан законға ҡул ҡуйылған да инде. Пен­сияға сығыу йәше теүәл биш йылға ҡыҫ­ҡартылып, итальяндар 62 йәштә пен­сияға сыға ала, иң бәләкәй хеҙмәт стажы – 38 йыл. Пенсия йәшен кәметеү иҫәбенә эшһеҙ­лек проблемаһын да хәл итмәксе итальяндар.

Италияла пенсия йәшен 2011 йылда, ил­дәге финанс ҡыйынлыҡтары һөҙөмтә­һен­дә, арттырырға ҡарар итәләр. Бил­дәле, реформа халыҡта ҙур ҡәнәғәт­һеҙлек, шау-шыу тыу­ҙы­ра. Ә хәҙер Италия хөкүмәте, пен­сия йә­шен түбәнәй­теүгә аҙым яһап, ҙур ғорурлыҡ кисерә.

Польша хөкүмәте былтыр октябрь айында пенсия йәшен ир-ат өсөн – 65, ҡатын-ҡыҙ өсөн 60 йәшкә тиклем кәметте. Быға тик­лем пенсияға сығыу йәшен һәр кем өсөн 67 йәшкә тиклем оҙайтырға ҡарар ител­гәй­не. Парламент һайлауында еңеүгә өлгәшкән партия вәғәҙәһендә торҙо – халыҡ пенсияға иртәрәк сығыу мөмкинлегенән ҡәнәғәт.

1982 йылда Франция президенты Миттеран пенсияға сығыу йәшен 65-тән 60 йәш­кә тиклем кәметте. Власҡа Николя Саркози килеү менән ул йәнә 62 йәшкә тиклем артты. Ете йыл элек пенсияға сығыу йәше йәнә 60 йәш тип билдәләнде. Әммә фран­цуздарҙың бөтәһе лә бындай мөм­кинлектән файҙалана алмай, бары 18 йәш­тән хеҙмәт юлын башлағандар ғына 60 йәштә хаҡлы ялға сыға ала. Ҡалғандар өсөн пенсияға сығыу ваҡыты 62 йыл тәшкил итә.

Ә бына япондар илдә пенсияға сығыу йәшен 65-тән 70 йәшкә тиклем арттыр­маҡсы. Был, ил халҡының тиҙ ҡартайыуы сәбәпле, иҡтисад үҫешен һаҡлау кәрәклеге менән бәйле.

"Башҡортостан" гәзите.