Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Март 2019, 14:33

Тормоштоң ҡәҙерен беләйек!

Заман сире - ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмы

Бөгөн спиртлы эсемлектәр – иң популяр, һатыусылар өсөн төшөмлө продукттарҙың береһе. Магазин кәштәләрендә шешәләрҙең ниндәй төрө генә юҡ! Уларҙың һәр береһенең составында этил спирты бар. Ә ул иһә – иң зарарлы, нерв системаһын боҙа, эске органдарға ҙур зыян һала торған ағыу. Араҡы кешене әкренләп упҡынға һөйрәй, кеше инде үҙенең ауырый башлауын һиҙмәй ҙә ҡала, дөрөҫөрәге, танырға теләмәй. Спирт баш мейендәге май туҡымаларын иретә. Йүләрләндермәһә лә, тыныс түгел, агрессив кешегә әйләндерә. Кеше йоҡлай алмай, аппетиты юғала. Эшендә лә эшләй алмай, ҡыуалар, ғаиләһендә тыныслыҡ юғала, ҡатыны ташлап китә, йә үҙен ҡыуып сығаралар, балалар менән мөнәсәбәте боҙола.

Спиртлы эсемлек наркотиктар кеүек үк зыянлы. Был, беренсе сиратта, уның күп ҡулланылыуы менән бәйле. Алкоголь башҡа барлыҡ наркотик матдәләрҙән дә популярыраҡ. Организмда бәйлелек барлыҡҡа килә, кеше эсә лә эсә.

Алкоголизм – спиртлы эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыуға килтерә торған психик ауырыу.

Эскелектән дауаланыу, организмдың сәламәтлеген кире ҡайтарыу өсөн иң мөһиме теләк кәрәк. Кеше араҡының тормошон емереүен аңларға тейеш. Әгәр кеше үҙе теләп килә икән, хатта бер тапҡыр үткәрелгән әңгәмәнән дә, эсеүен ташлауы бар. Ә кешене мәжбүр итәләр икән, ул барыбер уны ташламаясаҡ. Иң тәүҙә, кешегә нимәлер аңлата башлағансы, башта организмындағы спиртты сығарып бөтөрөргә кәрәк. Шунһыҙ уның баш мейеһе бүтән мәғлүмәтте ҡабул итмәй. Унан һуң ғына психикаһына тәьҫир итергә мөмкин.

Айырыуса, бөгөнгө көндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында коктейль, һыра, “джин-тоник” кеүек эсемлектәр бик популяр. Зыянлы түгел тип иҫәпләнә, әммә был – ҙур хата. Даими һыра, араҡы эсеү - алкоголгә күнегеүгә килтерә. Спиртлы эсемлеккә психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә, гүзәл заттар алкоголизм сиренә бик тиҙбирешә. Кешеләрҙең организмы төрлө: кемдер бер рюмканан иҫерә, икенселәр унды эсһә лә аяғында баҫып тора. Шуны күҙ алдында тотһағыҙ ине: эскесе ҡатындың йөҙө ҡыҙарып, шешенеп тора, тән тиреһе һарғая, күкһел тимгелдәр барлыҡҡа килә, күҙҙәре хәүефле ялтырай, сәстәре майланып, уҡмашып тора, тән мускулдары үҫешә, буй-һыны йәмһеҙләнә, тештәре ҡарая, сәстәре ҡо йола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был үҙгәрештәрҙе туҡтатып булмай.

Ғөмүмән, үҙегеҙҙең һаулығығыҙға битараф булмағыҙ, уны һаҡлағыҙ, тормотоң йәмен тойоп, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ!
Читайте нас: