Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2019, 13:01

Эшһеҙ ҡалһағыҙ, балаларығыҙ алимент түләйәсәк!

Пенсия алды йәшендә, йәғни 55 йәиһә 60 йәштә, эшһеҙ ҙә, йәшәргә аҡсаһыҙ ҙа ҡалған кешеләр һис ҡайғырмаһын.

Дәүләт думаһы уларға эшкә һәләтһеҙлек буйынса алимент алыу хоҡуғы тураһында закон ҡабул итте. Алиментты 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәшлек ир-аттар ала аласаҡ.

Кем түләйәсәк тиһеҙме? Быныһы - иң ҡыҙығы. Балаларығыҙ! Дәүләт үҙенең бурысын еңел генә балаларға япһарып ҡуйҙы былай булғас.

Алиментҡа, шулай уҡ, пенсия йәше алдында булған “ярҙамға мохтаж” элекке ирҙәр йәиһә ҡатындар да иҫәп тота ала. Уларға “бывший”ҙары түләй торғандыр инде.

"Ҡыҙыл тан" гәзитенән.
Читайте нас: