Еңеүселәрҙе hәм финалистарҙы Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова, «Берҙәм Рәсәй» башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров, биатлон буйынса дүрт тапҡыр олимпия чемпионы Александр Тихонов, республика министрлыҡтары вәкилдәре ҡотланы.
Өсөнсө тапҡыр үткәрелә торған бәйгелә республиканың төрлө ҡала hәм райондарынан 300-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләре hәм Мәскәү вәкилдәре ҡатнашты. Конкурс ике этапта — муниципаль hәм республика этаптарында уҙҙы. 150 финалсы Торатау конгресс-холл сәхнәһендә осрашты. Конкурста ҡатнашыусыларҙы 10 номинация буйынса бүләкләнеләр. Иң йәш конкурсант яңы ғына бәлиғ булыу йәшенә еткән булһа, иң өлкәненә 87 йәш ине.
Бишбүләк районының «Йәш гвардия» ижтимағи ойошмаһы рәйесе, «Вектор» йәштәр үҙәге педагог-ойоштороусыһы Әлфиә Уканеева, «Ҡатын-ҡыҙ - лидер» номинацияһында ҡатнашты. Был номинация йәмәғәт эшендә йәки сәйәсәттә үҙен ойоштороусы hәм маҡсатлы лидер итеп күрһәткән кешеләр өсөн. Ҡаныҡай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Батраева «Ҡатын-ҡыҙ-педагог» номинацияһында мәғариф өлкәһендә уңыштарға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙ кандидатураһын тәҡдим итте.
-Был күркәм сара миңә бик оҡшаны. Yҙем өсөн бик күп яңы hәм файҙалы нәмәләр алдым. Гала-концертта танылған артистар, «Тамыр» студияһы балалары сығыш яһаны. Барыһы ла милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән үрелеп барҙы. Фойела халыҡ кәсептәре, милли ризыҡтар, кейем-һалым, уйын ҡоралдары, биҙәнеү әйберҙәре күргәҙмәләре ойошторолғайны, — тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша Дилара Миңнулла ҡыҙы. — Конкурстың беренсе этабында беҙҙең эшебеҙҙе күрһәтеүсе портфолио ебәрергә кәрәк ине. Мәктәптә башҡорт телен һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла: дәрестән тыш, йолаларҙы өйрәнәбеҙ, башҡорт телендә гәзит-журналдарга бағышлап үткәрелгән акцияла ҡатнашабыҙ, Ҡаныҡай hәм Биҡҡол ауылдары ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы менән берлектә төрлө саралар уҙғарабыҙ.
Миләүшә Хөснөтдинова фотоһы.