Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
15 Марта 2019, 05:18
Фермерҙарға грант күләме артасаҡ
Федерация Советының Аграр аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында Башҡортостан делегацияһы яңы эш башлаған фермерға гранттарҙы ит һәм һөт йүнәлешендә — 3-тән 50 миллион һумға, эшмәкәрлектең башҡа төрҙәрендә 1,5-тән 3 миллион һумға тиклем арттырырға тәҡдим итте.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Әлфәрис Байсурин һүҙҙәренсә, фермерҙар дәүләт программалары буйынса берлектә финанслау шарттарын үтәү өсөн кредит ала алмай – берлектә финанслауҙың өлөшө үҙ аҡсаңдың 40% тәшкил итә.
Хәҙер кредит алыу күп ваҡыт һәм залог йәки поручитель талап итә. Кооперативтарҙың матди базаһын һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә грант ярҙамы менән бюджет финанслауы кимәлен 80% тиклем арттырырға, шуға ярашлы, фермерҙарҙың үҙ аҡсаһын һалыу талабын 40% алып 20% тиклем кәметергә тәҡдим ителә. Ауылға ярҙам күрһәтеүҙең тағы бер юлы – халыҡҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа булышлыҡ итеү. Әле дүрт меңдән ашыу ғаилә сиратта тора, уларҙы тәьмин итеү өсөн 5 миллиард һумдан ашыу кәрәк. Бынан тыш, йәш ғаиләләргә 70% субсидия бирелә, ә ғаризаларҙың күбеһе өлкәнерәк йәштәге граждандарҙан килә. Ошо критерий булмаһа, торлаҡ алыуға сират тиҙерәк етер ине.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"