Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2019, 20:04

Кил, Яҙһылыу, беҙгә йылы алып кил!

“Елкән” физкультура-һауыҡтырыу комплексы Май сабыу һәм ҡышты оҙатыу байрамы булараҡ халыҡты үҙенә күпләп йыйҙы.

Сәләмәт тормош алып барыусылар һәм спорт һөйөүселәр өсөн был ҡышҡы спорт сезоны – саңғы ярыштары, балалар һәм өлкәндәр командалары өсөн шайбалы хоккей, 2009 йылда тыукан һәм унан кесерәк балалар өсөн йөҙөү ярыштары уҙғарыу урынына әүерелде.

Ҙур яҙғы тантанаға райондың барлыҡ ауыл биләмәләренән дә динамиктарҙан яңғыраған күңелле көйҙәр аҫтында саңғы шыйырға яратыусылар: алыт йәштән алып 70-кә еткәндәр, Бишбүләк дөйөм урта белем биреү мәктәптәре уҡыусылары һәм педагогтары, дүрт балалар баҡсалары тәрбиәселәре килде.

Ҡайнар ҡоймаҡ, пирожки, ватрушка һәм хуш еҫле сәй, тәмле тәмле шашлыҡ менән сауҙа итеүсе үҙәк ашхана хеҙмәткәрҙәре Ирина Епифанова, Анатолий Таймасов һәм Марина Иванова байрамға килеүселәргә был ризыҡтарҙы тәҡдим итте.

Дөйөм сафта тороусыларҙың барыһын да район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин ҡотлап үтте. Ярыштарҙың баш судьяһы Александр Семеногв программа һәм барлыҡ ярыштарҙың барышы менән таныштырҙы.

Рус халыҡ көйҙәре һәм төрлө уйындар менән күңелле клоундар байрам кәйефе бүләк итте, “Илһам” халыҡ хоры һәм “Мерчен” сыуаш халыҡ сыуаш халыҡ фольклор ансамбле сығыштары менән һөйөндөрҙө. Барыһын да ҡоймаҡ менән һыйланылар. Яҙһылыу сыҡҡас, барыһы ла күңелле йыр башҡарҙылар.

Артабан саңғысылар араһында спорт ярыштары башланды. Беренсе стартҡа 6-8 йәшлектәр сыҡты. Финишҡа беренсе булып Владислав Васильев (Баҙлыҡ) менән Валерия Ефимова (Михайловка) килде. 9-10 йәшлектәр саңғысылар араһында Владислав Семенов (Кесе Сиҙәк) һәм Яна Егорова (Баҙлыҡ) еңеү яуланы. 11-12 йәшлек балалар араһында – Руслан Минеғолов (Михайловка) һәм Влада Захарова (Баҙлыҡ). 13-15 йәшлектәр араһында Анатолий Кузьмин (Кесе Сиҙәк) һәм Валерия Васильева (Баҙлыҡ). 16-17 йәшлек спортсылар араһында Аскар Юнысов (Ҡаныҡай) һәм Валентина Васильева (Баҙлыҡ). 18-29 йәшлектәр категорияһында – Динар Әхмәтшин (Ҡаныҡай) һәм Алина Видинеева (Баҙлыҡ). 30-39 йәшлектәр араһында – Владимир Фадеев (Михайловка) һәм Светлана Минеғолова (Михайловка). 40-49 йәшлектәрҙән Алексей Трофимов (Михайловка) һәм Минһылыу Видинеева (Баҙлыҡ) алдынғыларҙын булһа, 50-59 йәшлектәр араһында Виктор Петров (Ҡушйылға) һәм Таисия Мусина (Михайловка) иң етеҙҙәре булып сыҡты. 60 йәштән өлкәнерәктәр категорияһында Александр Женжуров (Ҡушйылға) һәм Сәриә Ғиззиева (Дүсән) айырылып торҙо. Беренсе-өсөнсө урындарҙы алған призерҙарға дипломдар һәм миҙалдар тапшырылды.

Шул уҡ дистанцияларҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ла саңғы ярыштары үтте. 40 йәшкә тиклемгеләр араһында Бишбүләк 1-се урта мәктәбенән Олеся Кудряшева һәм Баҙлыҡ урта мкәтәбенән Динар Әхмәтшин еңеү яуланы. 40 йәштән өлкәнерәктәр араһынан – Баҙлыҡ урта мкәтәбенән Анжелика Афанасьева һәм Бишбүләк 2-се урта мәктәбенән Александр Васильев.

Һауа шаттарының торошо өс өлкән йәштәге һәм ике балалар хоккей командаларына боҙ майҙансығында уйнарға ҡамасаулай алманы. Дипломдар һәм миҙалдар һәр кемгә тапшырылды. Өлкәндәрҙең Айыт ауылы командаһы беренсе урында булһа, Бишбүләк хоккейсылары – икенсе, ә Йылбулаҡтамаҡ спортсылары өсөнсө урынға сыҡты. Балалар командалары араһында беренсе урын – хужаларҙа, икенсе – ҡушйылғаларҙа.

“Олимпия өмөттәре” йөҙөү буйынса ярыштар физик культура-һауыҡтырыу комплексы бассейнында кис менән старт алды. Ҡышҡы спорт сезоны ябылғандан һуң, улар яҙғы –йәйге ярыштарҙы асҡан кеүек булды. 2009 йылда тыуғандар арҡала 50 метр арауыҡта арҡала йөҙөүселәрҙән иң яҡшылары тип Александр Юлкин һәм Элиза Дәүләтшина танылды. 2010 йылда тыуғандар һәм кесерәктәрҙән Матвей Васиьев һәм Аделина Вәлитова еңеү яуланы. 25 метрлы ирекле стилдә тағы Александр Юлкин айырылып торҙо. Ҡыҙҙар араһында Варвара Атаманова яҡшы һөҙөмтәгә иреште, ул икенсе килде. Йөҙөү буйынса ярыштарҙа 31 йәш йөҙөүсе ҡатнашты, улар тренер Марина Цибульскаяла йылдан күптән инде шөғөлләнә, шуға ҡарамаҫтан инде уңыштар ҙа юҡ түгел.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: