Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2019, 10:22

Радий Хәбиров республика халҡын тәүге ат турнирына саҡыра

24 мартта «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү барышында республика муниципаль райондарының «Терра Башҡортостан» тип аталған беренсе ат турниры ойошторола.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә халыҡты унда тамашасы булараҡ әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

«Башҡорт өсөн ат — «беҙҙең барыһы ла». Ул – эшсе лә, яугир ҙә, байлыҡ та... Әлбиттә, хәҙер уның әһәмиәте үҙгәрҙе, әммә республикала аттарҙы әүәлгесә ныҡ яраталар. Ун меңләгән кеше беҙҙең үҙенсәлекле, сыҙамлы башҡорт тоҡомон үрсетеү менән шөғөлләнә. Был эште мотлаҡ хупларбыҙ һәм үҫтерербеҙ. Беҙҙең турнир рәсми түгел, әлбиттә, аттарыбыҙ ҙа донъя рекордын ҡуймаҫ, ләкин был күренеш һәр ваҡыт мауыҡтырғыс», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

«Терра Башҡортостан» ат турнирында ҡатнашыу өсөн танылған спортсылар, спорт ветерандары, ижади йәштәр, республиканың йәштәр йәмәғәт ойошмалары йәлеп ителә. Спорт ярыштарының беренсе этабында Дыуан, Әлшәй, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарынан командалар ҡатнаша, бөтәһе 40 жокей. Төп үҙенсәлек шунда: һуңғы урауҙа жокейҙар аттары менән алмашырға тейеш.

«Терра Башҡортостан» ат турниры шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телеканалында республикала ат спортын һәм йылҡысылыҡты үҫтереүҙе пропагандалаған «Бәйге» проектының бер өлөшө булыр тип күҙаллана.
Читайте нас: