Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2019, 20:17

Зачеттар тапшырылды

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының барлыҡ урта медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн зачет тапшырыу тамамланды.

“Санитар-эпидемияға ҡаршы режимды үтәү буйынса бойороҡтарҙы регламетлаусы СанПиН белемдәрен тикшереү үткәреү, табипҡа тиклем ашығыс ярҙам күрһәтеү менән бәйле инфекцияны. ВИЧ-йоғошто профилактикалау, дарыу белеме, медицина ҡалдыҡтары менән эш иткәндә ҡағиҙәләрҙе үтәү тураһында” бойороҡ нигеҙендә баш табип тарафынан раҫланған график буйынса тапшырыла. Зачеттар алдан әҙерләнгән һорауҙар буйынса әңгәмә формаһында ҡабул ителде, уларға йыл һайын төҙәтмәләр индерелә һәм тулыландырыла.

Бүлексәләрҙә медицина персоналы менән дәрестәрҙе өлкән шәфҡәт туташтары, врач-эпидемиолог ярҙамсыһы М.М.Фәсхиева, баш шәфҡәт туташы З.Н.Данилова, врвч-фтизиатр М.М.Насрыев уҙғарҙы. Дәрестәрҙә шәфҡәт туташтары, акушеркалар һәм фельдшерҙар ҡабат ғәмәлдәге бойороҡтар, норматив документтар менән танышты. Медицина персоналының белемдәрен яңыртыу, материалдарҙы иҫкә төшөрөү һәм регламентлаштырыусы бойороҡтарҙа яңы үҙгәрештәрҙе белеү мҡмкинлеге бар ине. Зачетҡа әҙерлек ул – өҫтәмә белем биреү һәм квалификация дәрәжәһен күтәреү.

Зоя Данилова,

Район үҙәк дауаханаһының баш шәфҡәт туташы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: