Дим буйҙары
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2019, 23:33

Тамсы тама, үгәй инә сәскә ата...

Халыҡ йылдың нисек килерен һәр саҡ алдан тоҫмалларға тырышҡан, сөнки яҙғы эштәрҙе лә, йәйге менән көҙгө миҙгелде лә алдан күҙалларға һәм әҙерләнеп торорға кәрәк бит. Йөҙҙәрсә, ә бәлки, меңдәрсә йыл туп­лана килгән тәжрибә хатта айлыҡ ҡына түгел, көндәлек һауа торошон яҡынса булһа ла көнэлгәре әйтеү мөмкинлеген бирә. Шулай итеп, март айында көндәрҙе нисек һынарға була?

15 март: был көндә ел көньяҡтан иҫһә, йылытасаҡ, төньяҡтан булһа – һыуытҡанды көт. Ҡайһы бер йылдарҙа, ҡар ныҡ иретһә, беренсе тапҡыр малды ҡороған үләндә булһа ла йөрөтөп алырға мөмкин булған.

16 март: баҫыуҙа арҡыс-торҡос юл һалып ҡарағандар, был, йәнәһе, ҡояштың иғтибарын йәлеп итеү өсөн эшләнгән.

17 март: ошо көндә тәүге ҡара ҡарғалар күренһә, көн йылытасаҡ тигән һүҙ.

18 март: йылына ҡарап, йәшелсә баҡсаһын ҡаҙып ҡарарға мөмкин. Ҡар әле ҡалын булһа, был эште символик рәүештә башҡарғандар.

19 март: тумыртҡа тауышы ишетелһә – көн һыуытыуға; сәпсек осоп килһә – йылытасаҡ.

20 март: был көндә йылы булһа, май ҙа йылы киләсәк. Тамсылар тамып торһа, йыл уңыш вәғәҙә итә.

21 март: көн менән төн тиңләшә. Мәжүсиҙәр был көндә теләк теләгән.

22 март: һабантурғай, ҡарға һәм башҡа ҡоштар күренә башлаһа, тимәк, тиҙҙән ҡояшлы көндәр өҫтөнлөк итә башлаясаҡ.

23 март: иғтибарлы булырға кәрәк – мөгәрәпкә ҡар һыуы төшөргә мөмкин.

24 март: урмандан кәкүк тауышы яңғыраһа, балыҡ күп тотолор.

25 март: иртән томан булһа, быйыл иген уңасаҡ.

26 март: был көндә айыуҙар өңөнән сыға башлай, сөнки йоҡлаған урындарына ҡар һыуы инә. Томан булһа, ямғыр көт.

27 март: март аҙағында күк күкрәүен көткәндәр. Был иген уңасағын аңлатҡан.

28 март: аҡсарлаҡтар күренһә, тимәк, тиҙҙән боҙ китәсәк. Турғай сырҡылдауы көн йылытасағын аңғарта.

29 март: сананы арбаға алмаштыра торған көн. Арба менән әлегә алыҫ китеп булмай, ләкин уны йәйге осорға әҙерләргә мөмкин.

30 март: йырғанаҡтар күп булһа, йылғала һыу ныҡ ташыр.

31 март: был көндә үгәй инә үләне күпләп сәскә атһа, апрель йылы килер.

"Башҡортостан" гәзитенән.