Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2019, 18:27

Иң мөһиме – сифат һәм хәүефһеҙлек

Рейд ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек һанының кәмеүен күрһәтте

Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтары көнө 1983 йылдан башлап йыл һайын 15 мартта үткәрелә, ә 1994 йылдан алып “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” закон ҡабул ителгәндән һуң Рәсәй Федерацияһында ла киң ҡолас менән билдәләнеп үтелә. Заонда тауар һатҡанда ҡуллныусылар һәм етештереүселәр, импортерҙар, башҡарыусылар, эштәр башҡарыу, хеҙмәт күрһәтеү менән һатыусылар араһында мөнәсәбәттәр, тейешле сифатлы һәм ҡулланыусыларҙың тормошо, һаулығы һәм әйләнә-тирә мөхит өсөн хәүефһеҙ булған тауар (эштәр, хеҙмәт күрһәтеү) һатып алыуға хоҡуҡтары, тауарҙар (эштәр, хеҙмәт күрһәтеү) һәм уларҙың етештереүселәре (башҡарыусылар. һатыусылар) тураһында мәғлүмәт алыу, аңлатыу, уларҙың мәнфәғәттәрен дәүләт һәм ижтимағи яҡлау яйға һалына, шулай уҡ әлеге хоҡуҡтарҙы тормошҡа ашырыу механизмы билдәләнә.

Бишбүләк ауылында “Халыҡ контроле” партия проекты сиктәрендә “Пятерочка”, “Магнит”, “Магнит у дома” супермаркеттарында рейд уҙҙы.

Дөйөм алғанда, рейд һөҙөмтәләре элеккегә ҡарарғанда яҡшыраҡ булды, сөнки халыҡ контролерҙары тарафынан алынған ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек продукттары һаны кәмегән. Яңы “Пятерочка” супермаркеты айырыуса һөйөндөрҙө, унда ҡуллыныу срогы сыҡҡан шампиньондар ғына табылды. Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан иң күп аҙыҡ-түлек “Магнит у дома“сауҙа үҙәгенән алынды.

“Халыҡ контроле” халыҡты аҙыҡ-түлек продукттары һайлауға яуаплы ҡарарға. Тейешле ваҡытын һәм составын тикшерергә, аҙыҡ-түлектең төрөлөүенә һәм сифатына иғтибар итергә, мәғлүмәт стендтарын ҡарарға, кәрәк булған осраҡта үҙеңдең ҡулланыусы хоҡуҡтарыңды яҡлай белергә кәрәк.

Әлфиә Уканеева,

“Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы” урындағы бүлексәһенең етәксеһе. алыҡ контроле”
Читайте нас в