Йоҡо алманы Киҫәнбикәне, инде ойоп киттеме, һаташа башлай. Ҡөрьән сүрәләрен ауыҙ эсенән генә әллә нисә тапҡыр ҡабатланы, күңелен өйкәгән шомдан арына алманы барыбер. Сөләймәне иҫән булһа, был тиклем ыҙаламаҫ ине. Уның киң күкрәгенә һыйынып, бар донъяһын онота торғайны ҡатын. Ошо ышыҡ уны бөтә хәсрәт-хәүефтән ҡурсалап тора һымаҡ, тир еҫе һеңгән тәненән йәне рәхәтләнә, ҡайнар һулышына балауыҙҙай ирей. Эй, ул саҡтар!.. Керпек ҡаҡҡан арала юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Рәхәттең ғүмере ҡыҫҡа була, тип белеп әйткәндәр. Ирен юғалтыуына өсөнсө аҙна хәҙер, шунан бирле йоҡоһо йоҡо, ашы аш түгел. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, анау ләғнәт төшкөрҙәре ҡаныҡты бит уларҙың ерҙәренә. Бер көн Хөсәйен мулла ир-атты йыйып алды ла:
— Этимгән буйында килмешәктәр баҡыр завуды төҙөй башлаған, – тип хәбәр һалды.
Бер-бер артлы күпме ерҙәренән ҡолаҡ ҡаҡҡан халыҡ төркөмө геү итеп ҡалды:
— Нимә етмәй уларға?! Беҙҙең бөтә ерҙәргә хужа булмаҡсылармы?!
— Ҡаҙна еренән тыш, беҙҙекен талайҙар!..
— Шымып ятҡас, талайҙар инде!..
— Туҙҙырырға кәрәк ул яуыздарҙы! Башҡа аяҡ баҫмаҫлыҡ булһын!..
— Батшаға ялыу яҙырға кәрәк!..
— Бар тип белде ти батша ялыуыңды!..
— Барабыҙ!.. Туҙҙырабыҙ!..
— Хөсәйен мулла, әйт, нишләргә?..
— Нишләргә тип... – Мулла тамағын ҡырҙы. – Күп түҙҙек, йәмәғәт! Беҙҙең зарҙы ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр, сүп шайы ла күрмәйҙәр...
— Күрмәһәләр, күрһәтәйек!..
— Шуға әйтәм, ер – беҙҙеке!.. Күпме ҡан ҡойоп, батша башҡорттоң ергә аҫабалыҡ хоҡуғын таныны...
Хөсәйен мулланың һүҙен бүлдерҙеләр:
— Күтенә ут төртөлгәс, танымай ҡайҙа барһын!.. Был юлы ла аҫтарын үртәп алырға кәрәк. Белһендәр кемдең кемлеген!
— Мин дә шулай уйлайым, – тине мулла. – Беләһегеҙ, эт эсәге ергә тамыр ебәрһә, унан ҡотолоу анһат түгел... Атҡа атланмай сара юҡ!..
Ярһыған ир-егеттәр тиҙ арала аттарын эйәрләп, уҡ-һаҙаҡтарын алды. Киҫәнбикәнең ире Сөләймән дә ҡушылды уларға. Берҙән-бер улы Биксәнтәйҙең был мәлдә һунарҙа булыуына ҡыуанып ҡуйҙы ҡатын. Улы ла дыуамал шул, атаһына эйәрер ине. Күп тә үтмәне, ауылдан ҡуҙғалып киткән ҡырҡлаған һыбайлының артынан саң ғына күтәрелеп ҡалды.
Ир һүҙенә арҡыры төшөп өйрәнмәгән сабыр ҡатындар хафалы күҙҙәрен юлдан алманы. Киткәнгә юл оҙон, көткәнгә көн оҙон, ҡояш та, ауға эләккән балыҡтай, ысҡына алмай сәбәләнә. Һәр әмәлдең үҙ мәле: көн кискә ауышып, ғәләм һылыуы оҙон керпектәрен йәшергәс, юлда һыбайлылар күренде. Улар ауылға инеү менән туп-тура Киҫәнбикәнең өйөнә йүнәлде. Баянан бирле күкрәк тирәһен өйкәгән төйөн ҡатындың тамағына килеп тығылды ла, һыбайһыҙ ҡара айғырҙы күргәс, ғазаплы өн булып бәреп сыҡты: “Аһ!” Йөрәген ялмап алған хәсрәт ташҡыны атылып сыҡмаһын тигәндәй, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплаһа ла, күҙҙәренән бите буйлап ағылды.
— Рәнйемә, Киҫәнбикә килен! – тине Хөсәйен мулла, Бөркөттөң теҙгенен ҡатынға тоттороп. – Аллаһ Тәғәләнең яҙғаны шулдыр...
— Эй, илаһым!.. – тип кенә әйтә алды Киҫәнбикә.
Бөркөт, хужаһын юғалтыуы өсөн ғәфү үтенгәндәй, Киҫәнбикә алдында башын һалындырҙы, ер сапсып бышҡырҙы.
— Илгә килгән ҡаза... – тип һөйләнде мулла. – Сөләймән менән тағы Ишкилде, Мырҙағол ҡустылар шәһит китте... Өсөһөнә лә Ҡөрьән сығып, Тайһуйған битләүендә ерләнек. Йәндәре йәннәттә булһын! Амин.
Ҡалғанын Киҫәнбикә өҙөк-һурыҡ ҡына хәтерләй, тамам зиһене тарҡалды. Ҡайғылы хәбәрҙе ишетеп, өтәләнеп килеп еткән Биксәнтәйе әсәһе янында ҡуна ҡалырға теләгәйне:
— Ҡуй, улым, ҡайт өйөңә. Килен дә, балалар ҙа бошоналыр, – тине.
Улы ҡайтып киткәс, яҫтыҡҡа ҡапланып, буҫығып үкһене Киҫәнбикә. Баянан бирле күкрәген ярып килгән ғазап ташҡыны ҡутарылып килеп сыҡты. Ике көн ятты ла ҡуйҙы шулай. Өлтөрәп торған улы менән Мәрүә килененең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә тороп, бер-ике йотом сәй уртлаған булды, тамағына семтем тәғәм барманы. Әлдә ошо Биксәнтәйе бар! Шуныһына ҡыуанып бөтә алмай Киҫәнбикә. Хоҙай уларға башҡа бала бирмәне. Эсмәгән үлән төнәтмәһе ҡалманы, өшкөртөргә муллаларға ла йөрөп ҡараны – буйға уҙманы бүтән. Зәхмәттең сәбәбен үҙе лә тоҫмаллай ҡатын. Биксәнтәйенә йәш тулып бара инеме шул, йәйләүгә сыҡҡанда, Киҫәнбикә менгән ат, үлән араһынан ҡапыл осҡан ҡоштан өркөп, ситкә һикерҙе. Ҡатын эйәр өҫтөнән йылп итеп кенә ҡалды. Ярай әле Биксәнтәйе атаһы менән ине. Шул саҡта эсендә нимәлер өҙөлгәндәй, сәнсеп-сәнсеп алды. Кире ҡайтып, һикегә ауҙы ул. Аҙаҡ әллә нисә көн ҡан килеп йөрөнө. Был хаҡта иренә өндәшмәне, бөтөр әле тине. Һыҙланыуы үтте-үтеүен, ләкин ошо ваҡиғаның касафаты, ана, ҡайһылай килтереп һуҡты. Бәлә аяҡ аҫтында ята, тип тиктәҫкә әйтмәгәндәр, күрәһең.
Киҫәнбикә аптырап ҡуйҙы: бәндәнең үткән ғүмере төн ҡараһына һеңәме икән әллә? Ошо ҡараңғылыҡҡа текләп, үткәндәрҙең күпме ярсығын соҡоп сығарҙы лабаһа... Өнһөҙ төндөң дә теле бар икән!.. Әҙәм балаһы зиһене нығынғас ҡына уның телен аңлай башлайҙыр. Бына хәҙер илле ете йәшенә еткәс, шуға төшөндө...
— Аһ-аһ!.. Был ни ғиллә булды әле?! – Шарт та шорт мылтыҡ атҡан, кемдәрҙеңдер ҡысҡырышҡан, илашҡан тауыштарын ишетеп, зиһенен туплай алмай ултырҙы Киҫәнбикә. Камзулын, ситеген кейеп, урамға сығырға уйлағайны, ишек шар асылып китте лә мылтыҡ тотҡан ике кеше дөбөр-шатыр килеп инде.
— Выходи! – тип ҡысҡырҙы уларҙың береһе, мылтығын тоҫҡап. – Живо!
Икенсеһе шаңҡып ҡалған ҡатындың беләгенән эләктереп, урамға сығарып быраҡтырҙы. Һөрлөгөп барып төштө Киҫәнбикә. Драгун кейемендәге кешеләрҙе күргәс, эштең нимәлә икәне аңына барып етте уның. Һуңғы арала һалдаттарҙың башҡорт ауылдарын талап, үртәп йөрөүҙәре тураһында ҡот осҡос хәбәрҙәр йышайғандан-йышая бара ине. Киҫәнбикәне этә-төртә, драгундар ҡамауында өйкөлөшөп торған халыҡ төркөмөнә килтереп ҡуштылар.
— Господин поручик, бер эт тә ҡалманы, – тине йүгереп килеп еткән һаҡалтай ошо мәхшәрҙе тыныс ҡына күҙәтеп ат өҫтөндә ултырған мыйыҡлы иргә.
— Яҡшы! – тине уныһы ҡәнәғәт ҡиәфәттә. – Беҙҙекеләрҙең барыһы ла иҫәнме?
— Невзорҙы... һәнәк менән... Үтәнән-үтәгә... – тип һөйләнде һаҡалтай.
— Ублюдки!.. – поручик теш араһынан ыҫылдап һүгенде.
— Ирҙәрҙе анау келәткә бикләнек... – тип мөгәзәйгә күрһәтте тегенеһе.
— Ә юлбаҫарҙарҙың атаманы ҡайҙа?
Мөгәзәйҙән ҡулдары артҡа шаҡарып бәйләнгән, йөҙөнә ҡан ҡатҡан Хөсәйен мулланы һөйрәтеп сығарып, поручиктың аяҡ аҫтына ташланылар.
— Эт!.. – поручик үксәһе менән мулланың башына баҫты. – Ер кәрәкме һиңә? Мә, аша!.. – Ул услап-услап Хөсәйен мулланың ауыҙына тупраҡ тултырҙы.
— Ҡәбәхәттәр!.. Аллаһ Тәғәләнең ҡәһәре төшөр үҙегеҙгә... – тип һөйләнде мулла, ауыҙына тулған тупраҡты төкөрә-төкөрә. Поручик уның башҡа һүҙҙәрен аңламаһа ла, Алла тигәнен шундуҡ төшөндө.
— Хәҙер Аллаң янына барырһың!.. – тине, ҡамсыһы менән Хөсәйен мулланың арҡаһына һыҙырып. Шунан әшнәләренә ҡысҡырҙы. – Дар эшләгеҙ!..
Драгундар тиҙ генә өс таған һөйәп ҡуйҙы. Таған араһына Хөсәйен мулланы һалып, еләнен һуя тартып алдылар. Киҫәнбикә күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды: ниндәйҙер ырғаҡ һымаҡ нәмәне мулланың эсенә тыҡтылар.
— А-а-а!!! – Йән асыҡҡа ҡысҡырған тауыштан халыҡтың тәне семерҙәп китте, күҙҙәре йомолдо.
— Ҡарағыҙ! – тип ҡамсыһы менән ҡатындарға һелтәнде поручик. – Ғүмерлек һабаҡ булһын!..
Күҙ асып йомған арала Хөсәйен мулла ҡабырғаһынан дарҙа эленеп тора ине. Ул бер нисә тапҡыр ҡысҡырҙы ла, әллә аңын юғалтты, тынып ҡалды. Элеүле торған мулланың кәүҙәһе ара-тирә һелкенеп-һелкенеп ҡуйыуы ғына йәне әле ташлап китмәүе тураһында һөйләй.
— Басурман!.. – тип төкөрҙө поручик, шунан ситтәрәк торған Ялсығолға ҡысҡырҙы. – Бурҙарҙың ғаиләләре барыһы ла бындамы?
— Бында, бында, гаспатин, – тип өтәләнде Ялсығол, ауылдаштарын ҡарашы менән байҡап.
Ауылдаштары тип, Һаҡкүлдеке түгел Ялсығол. Уның ҡайҙан килгәнен, кем булыуын үҙенән башҡа берәү ҙә белмәй. Өс йыл элекме шул, күктән төшкән шикелле ауылда пәйҙә булды. Шунан башлап, эш-көштө әллә ни ырата алмаһа ла, кешеләргә көнлөксө булып йәшәп алды ла китте. Уны ҡыуған да, саҡырған да кеше булманы, үҙ ыңғайына яңғыҙ башын аҫрап ятты-ятты ла аҙна-ун көн элек күҙ менән ҡаш араһында юғалды ла ҡуйҙы. Елдән килде, елгә китте, тигәндәй, уның юҡлығын һиҙмәне лә шикелле халыҡ. Әле Ялсығолдо драгундар ҡашында күреп берәү ҙә ғәжәпләнмәне. Хәйер, кешеләрҙә уның ҡайғыһы юҡ ине.
Төркөм араһында Биксәнтәйе, килене, ейәндәре күренмәгәс, ҡыуанып ҡуйҙы Киҫәнбикә. Кисә генә улы ғаиләһе менән күрше ауылдағы ҡоҙаларына туйға киткәйне. Ҡоҙалары уртансы малайҙарын өйләндерә, ти. Киҫәнбикәне лә өгөтләнеләр, эсе бошоп торғас, барманы. Уларҙың юҡлығын Ялсығол да шәйләмәне шикелле, әллә әһәмиәт бирмәне. Хәйер, Биксәнтәй гел һунарҙа йөрөгәс, кеше күҙенә салынып та бармай. Өйҙө лә ауылдың иң осона һалып инде. Хафаланғаны шул Киҫәнбикәнең: ошо мәхшәр өҫтөнә ҡайтып төшмәһәләр ярар ине.
— Ә быныһы ниндәй ҡарасҡы? – тине поручик, аяҡтарын ҡосаҡлап, ҡалтырана-ҡалтырана сиҙәмдә ултырған Әхмәҙуллаға ымлап.
— Ул ни... Ахмуш... – тине Ялсығол. – Палаум... Дурак...
Әхмәҙулланы кешеләр Әхмүш тип кенә йөрөтә, мулла ҡушҡан исемен өлкәндәрҙән башҡа берәү ҙә белмәй хәҙер. Ә-ә, тағы берәү белә уның исемен, көмөштәй сыңлаған тауышы менән йән иреткес итеп: “Әхмәҙулла!” – ти. Ауылдың иң сибәр ҡыҙы Ҡарлуғас ул. Белә Әхмәҙулла: был донъяға шул ҡыҙҙы күрер өсөн генә килгән. Аҡ йөҙлө, сөм-ҡара күҙле Ҡарлуғас оҙон керпектәрен елпеп бер ҡараш ташланымы, Әхмәҙулланың йәне рәхәтләнә. И-и, ошо матурлыҡҡа ғүмер буйы текләп ултырыр ине ул, ҡыҙыҡайға күҙ тейеп ҡуйыуҙан ҡурҡа. Шуға ла Ҡарлуғастың йөҙөнә күҙ һирпеп кенә ала ла гел башын эйеп кенә һүҙ ҡуша, зәхмәттән һаҡлай.
Әхмәҙулланың атаһы ла, инәһе лә юҡ, ендән тыуған тиҙәр уны. Кем балаһы булыуын хәҙер халыҡ онотоп та бара инде. Имеш-мимешкә ҡарағанда, Сәрбиямал апайҙың ун биш йәшлек ҡыҙы кистәрен ҡаса-боҫа ҡайынлыҡ урманына йөрөгән икән. Ен егетенә ғашиҡ булған, ти. Шул ҡыҙ, буйға уҙғас, кеше белмәһен тип, эсен билбау менән быуып йөрөгән. Орлоҡ бүртмәй ҡаламы ни, ваҡыты еткәс, тиртеп сыҡҡан. Теге ҡыҙ, бахыр, балаһын тотоп та ҡарай алмаған, күп ҡан юғалтыуҙан, ҡайын туҙы шикелле ап-аҡ булып, күҙен йомған, тиҙәр.
Кеше ысынды һөйләйме, буштымы – әйтеүе ауыр. Шул яҡта көтөү көтөп ятҡан Ғилметдин тигән күрше ауыл егете лә күргән, ти, ендәрҙе. Хәҙер кешеләр ул урынды Ен ояһы тип йөрөтә. Әхмәҙулланың донъяға килеүе ана шулай ен нәҫеленә барып сеймәлә. Бөтә ауылға бер ғибрәт булып тыуған ен балаһынан баш тартмаған Сәрбиямал апай. Кит, нишләп ендеке булһын, кешегә оҡшап тора лаһа, тигән. Исем ҡысҡырырға мулла килмәгәс, белгән доғаларын уҡып, үҙе ҡушҡан. Халыҡ баштараҡ “ен балаһы”на шомланыбыраҡ ҡарай ине, тора-бара күнекте. Әллә ни ҡурҡынысы ла юҡ икән, аҡһабыраҡ атлауын иҫәпкә алмағанда, бөтә һыны теүәл. Теле һуң асылды Әхмәҙулланың. Аптырарһың, әллә ваҡыттың ҡөҙрәте етмәй, әллә ен нәҫеленән булғанға, уға ҡартлыҡ касафаты йоҡмай. Дөрөҫөрәге, йылдар төрәне маңлайына һырҙар һалһа ла, сабый аҡыллы булып ҡалды.
— Ниңә келәттә түгел был? – тип екерҙе поручик, Әхмәҙуллаға күрһәтеп.
— Гаспатин Гордей Креславович... Зыяны юҡ уның... Дурак ул... – Аҡланырға тырышып ыҡ-мыҡ итте Ялсығол.
— Зыяны юҡ... – тип уның һүҙен мыҫҡыллы ҡабатланы поручик. – Бөтә бәләләрҙең башында ана шул дурактар тора ул!..
— Хәҙер... Хәҙер бикләйбеҙ уны!.. – Ялсығол хатаһын төҙәтергә ашыҡты.
— Ярай... – поручик йомшара төшөп, ҡул һелтәне. – Ҡалһын. Шут менән юл ҡыҫҡараҡ булыр...
Гордей атынан төшөп, өймәкләшеп торған халыҡ янына килде. Һәр береһен кешеләр араһынан тартып сығарып, баштан-аяҡ күҙ йүгертте. Йәш ҡатындарҙы, малай һәм ҡыҙҙарҙы бер яҡҡа, әбей-бабайҙарҙы икенсе яҡҡа айырҙы. Киҫәнбикәгә лә сират етте. Өлкән йәштә булһа ла, йәшлек матурлығын ташламағайны ҡатын. Поручик уны йәштәр яғына төртөп ебәрҙе. Шунан ул Ҡарлуғастың яулыҡ ҡаплаған йөҙөн сыбыртҡы һабы менән асып ҡараны ла, ҡыҙыҡайға байтаҡ текләп торғандан һуң, Ялсығолдо саҡырып:
— Быныһын һаҡла. Берәү ҙә теймәһен! – тине. – Бүләк!..
— Тыңлайым, гаспатин! – тип ауыҙ йырҙы Ялсығол.
— Шәп бүләк!.. – тип ҡабатланы Гордей, табышҡа юлығыуына ҡәнәғәтлек кисереп. Улай тиһәң, бындай хазинаға тәүге тапҡыр юлығыуы түгел инде. Быға тиклем дә башкиҫәрҙәр ауылының көлөн күккә осороп, һөлөктәй ҡыҙҙарын ҡулына төшөрҙө. Һай, сибәр шул ҡырағайҙарҙың ҡыҙҙары!..
— Ә быларын тегендәме? – тип һораны Ялсығол, ҡарттарға ишаралап.
— Шунда!.. – тине поручик. – Былай ҙа бер аяҡтары менән ҡәбер ситендә...
Драгундар, шуны ғына көткәндәй, ҡарттарҙы этеп-төртөп, ир-егеттәр торған мөгәзәйгә “һә” тигәнсә бикләп тә ҡуйҙы. Ялан яғынан ауылға сабып килеп ингән һыбайлы күренде. Ул поручик эргәһенә етер-етмәҫтән:
— Йылҡы өйөрөн нишләтәбеҙ, господин поручик? Теге, һеҙ әйткән ҡара айғырҙы эләктереп булмай, – тип ҡысҡырҙы. – Баш бирмәй шайтан!
— Ахмаҡтар!.. – тип һүгенде Гордей. – Өйөрҙө ҡыуығыҙ! Йүнле айғыр өйөрөн ташламай!.. Үҙе эйәрер!..
Һыбайлы драгун килгән яғына кире осто.
— Үртәгеҙ!.. – тип бойорҙо поручик драгундарға. – Үҙҙәре яндырған заводтың ялҡынын татыһындар!..
Мөгәзәйҙе уратып өйөлгән бесәнде ут теле шундуҡ ялмап алды. Уның эсенән ишетелгән тоноҡ тауыштарҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала-сағаларҙың үкереп илауы күмде.