Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2019, 21:52

Уның тормошо – өлгө

Айыт халҡы тарихи үткәндәрен хөрмәт итә, ата-бабаларының ҡаҙаныштарын юғары баһалай һәм улар өлгөһөндә балаларын тәрбиәләй. Был эштә ауыл биләмәһе хакимиәте, танылған яҡташтары шағир-патриот Фәтих Кәрим исемен йөрөтөүсе урындағы мәктәп, ветерандар ойошмаһының урындағы советы, ауыл тормошонда актив ҡатнашыусы ауыл кешеләре ҙур өлөш индерә.

- Йәмәғәт эштәре үҙәгендә булырға, беҙҙе, биш баланы, әсәйебеҙ Нәфисә Ғиләж ҡыҙы өйрәтте. Ул ғ-мере буйы урындағы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне, - тип һөйләй 2010 йылдан бирле староста йөгөн тартыусы Рәмил Мөхтәсимов. – Атайым Айыт урмансылығының урман хужалығында эшләне, һәр ваҡыт эшкә иртә китә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта торғайны.

Айыт егетендә үҙенә йөкмәтелгән эшкә яуаплылыҡ тойоу Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡығанда уҡ барлыҡҡа килгән, унда Рәмил төркөм старостаһы, гер спорты буйынса йыйылма команда капитаны булған. Мәикә районынан Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин иҫәтәлегенә Херсон өлкәһендә үткән ярыштарҙа гер күтеүселерҙең йыйылма командаһын ике тапҡыр тәҡдим иткән һәм призлы урындар яулаған. Рәмил Мөхтәсимов Германияла хеҙмәт иткән, атыу ҡоралын ремонтлау буйынса бүлек командиры була.

- Техникумдан һуң мине Кесе Сиҙәк ауылына баш зоотехник итеп ебәрҙеләр, - тип иҫкә ала ул. – Һәм шул ваҡыт районда халыҡ милицияһына кандидаттар йыйыу иғлан ителде. Мин, шулай итеп, мал белгесе була алманым, 1988 йылдың 25 апреленән Бишбүләк районы Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбенә уҡырға индем. Мине взвод командиры итеп билдәләнеләр, дүрт йыл дауамында 47 курсанттың дисциплинаһы, уҡыуы һәм спорт-мәҙәни ялы өсөн яуап бирҙем.

Эске эштәр органдарында Рәмил Мөхтәсимов өлкән полиция участок уполномоченныйы вазифаһында майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. 2001-2002 йылдарҙа Чечен Республикаһының Урыҫ-Мартан районында командировкала булып ҡайта. Район Эске эштәр бүлеге командаһы осоставында гер спорты һәм самбо буйынса зона һәм республика ярыштарына йыш бара, һуғыш самбоһы буйынса спорт мастерына кандидат нормативын үтәй. БР Эске эштәр министрлығы етәкселегендә маҡтауға лайыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау грамоталары менән диплом һәм миҙалдар менән бүләкләнә. “Милицияның иң яҡшы участок инспекторы”, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы”, “Кавказда хеҙмәт иткән өсөн”, “Ветерандар эше активисы”, күкрәк билдәһе, “Ветерандарҙың “Һуғышсан туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветеран ойошмаһына 20 йыл”, “Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы”, “Эске эштәр министрлығы ветераны”, “Рәсәй Эске эштәр министрлығының участок уполномоченныйҙары хәрәкәтенә 95 йыл”, “Хеҙмәттә отличие өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. 2005 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан.

- Иң мөһим бүләк – ғаилә, - ти Рәмил Ғосман улы. – Урындағы урта мәктәптең уҡытыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары һәм педагог булып эшләүсе тормош иптәшем Гөлнара Наил ҡыҙы менән улыбыҙ Русланды, буласаҡ педагог Ғәлиәне һәм 9-сы класс уҡыусыһы Алияны тәрбәиләп үҫтерҙек. Ата-әсәйҙәребеҙ беҙҙе өйрәткән кеүек, уларҙы ла шулай тәрбиәләргә тырыштыҡ. Балалар менән төрлө сморт-конкурстарҙа һәм ярыштарҙа һәр ваҡыт ҡатнаштыҡ. “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” район бәйгеһендә еңеп сығып, республика күләмендә призер булдыҡ.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, көсө ташып торған Район Эске эштәр бүлеге һәм Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр ветераны Рәмил Мөхтәсимов йәмғиәт эштәренән ситтә ҡалмай. Ул “Дим” йәмғиәте һәм “Уҫылы” агрофирмаһы йәмғитәе хужалыҡтарының тормошона актив ҡушыла. Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе мветерандары уны бер тауыштан башланғыс ветерандар ойошмаһы рәйесе итеп һайлап иҡуйған.

- Беҙ мәктәп уҡыусылары һәм педагогик коллективы менән экологик өмәләр һәм граждандар йыйындары ойоштороп, ауыл йәштәре, ауыл халҡы менән шишмәләрҙе, урамдарҙы, зират тирәләрен төҙөкләндереү буйынса бик күп эштәр башҡарҙыҡ, - тип һүҙ ебен дауам итә Рәмил Мөхтәсимов. – Айыттан дүрт кеше яугир-интернационалист, һигеҙ кеше Төньяҡ Кавказда утлы нөктәләрҙә булды. Уларҙың, педагогтарҙың, йәштәр менән эшләү буйынса белгестең ярҙамы менән үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Иҫтәлекле даталар: Еңеү көнө, Армияға саҡырылыусы көнө, Хәрби бәрелештәрҙә һәләк булыусыларҙы иҫәк алыу көнө дөйөм ойошҡанлыҡ менән тантаналы төҫтә үтә. Районда уҙған барлыҡ сараларҙа ла ҡатнышырға тырышабыҙ. Күптән түгел Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған ир-егеттәр фестивале булып үтте. Мин 23 февралдә тыуғанмын, шуға күрә Айыт командаһы миңә капитан булараҡ, бүләк яһаны: 12 команда араһында 3-сө урынды яуланы. Театр йылында беҙҙең үҙешсән сәнғәт коллективы яҡташыбыҙ Фәтих Кәримдең тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан “Ясмин сәскәһе” тигән спектаклен ҡуйырға ниәтләнек. Миңә иң яуаплы ролде – һуғышта батырҙарса һәләк булған шағир һәм яҙыусы яҡташыбыҙ Фәтих Кәрим ролен бирҙеләр. Премьера мартта Дүсән ауылында булды. Бына шулай йәшәйбеҙ.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: