Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2019, 19:57

“Ҡырым яҙы”на – биш йыл

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым һәм Севастопалдең Рәсәйгә ҡушылыуының биш йыллығына баҡышланған тантаналарҙа ҡатнашты.

Рәсәй Дәүләт думаһы делегацияһы һәм Ҡырым халҡы – ветерандар, йәштәр, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмәләр вәкилдәре менән бер рәттән, ул ҡала урамдары буйлап үтте, унан һуң тантаналы митингта ҡатнашты.Дәүләт думаһы Рәйесе Вячеслав Володин Ҡырым Рәсәйҙең күп милләтле халҡын берләштерҙе, тип белдерҙе. Биш йыл элек ярымутрау тирәһендә илебеҙ халҡы берләште һәм был ваҡиғалар мәңгегә тарихҡа инеп ҡалды.

–Ҡырым һәм Севастополь халҡының Рәсәйгә ҡушылыу өсөн нимә эшләгәнен иҫтә тотһаҡ, ул ваҡиғаларҙы һис ҡасан онотмаһаҡ, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген ҡаҡшатыуға юл ҡуйылмаясаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Вячеслав Володин.

Артабан Дәүләт думаһы һәм Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының “Ҡырым яҙы”ның биш йыллығына бағышланған берлектәге ултырышы уҙҙы.

"Ҡыҙыл тан" гәзитенән.
Читайте нас: