Дим буйҙары
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Марта 2019, 14:01

Ҡаҙағстан баш ҡалаһының исеме Нурсолтанға алыштырыла

Ҡаҙағстандың яңы Президенты Ҡасим-Жомарт Токаев Парламент палаталары ултырышында илдең беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаев хөрмәтенә республика баш ҡалаһын Нурсолтан тип атарға тәҡдим итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Бөйөк замандашыбыҙ, Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаев исемен мәңгеләштерергә кәрәк тип һанайым: беҙҙең башҡалабыҙ Президентыбыҙ исемен йөрөтөргә һәм Нурсолтан тип аталырға тейеш, — тине Ҡасим-Жомарт Токаев. - Барлыҡ өлкә ҡалаларының үҙәк урамдарын Нурсолтан Назарбаев исеме менән атарға кәрәк тип һанайым.

Ул, шулай уҡ, билдәләп үтеүенсә, илдең беренсе Президенты ғүмер буйы “халыҡтың атаһы” булып ҡаласаҡ.
Читайте нас