Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2019, 19:15

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы.

2012 йылдан башҡарылған был эш ҡайһы илдә иң бәхетле халыҡ йәшәгәнен асыҡлай. Һөҙөмтәләр йән башына эске тулайым продукт, ғүмер оҙонлоғо, социаль ярҙам кимәле, кеше азатлығы, ришүәтселеккә ҡараш һәм башҡа үлсәмдәр буйынса билдәләнә.

Йыл да исемлек башында скандинавия илдәре тора. Быйыл беренселекте Финляндия яуланы. Уның артынса Норвегия, Дания, Исландия, Швейцария килә. Африка илдәре артта һөйрәлә. Иң бәхетһеҙ халыҡ Бурунди илендә йәшәй икән.

2018 йыл башында Рәсәй 49-сы урында булһа, әле 59-сы баҫҡысҡа тәгәрәгән. Бер йыл эсендә бәхетһеҙерәк була барғанбыҙ...

"Башҡортостан" гәзитенән.