Дәғүәселәр грант аҡсаһына фестивалдәр, ижади студиялар, уҡытыусылар съезын үткәрергә, уҡыу ҡулланмалары, китаптар сығарырға, телдәрҙе үҫтергән телетапшырыуҙар, онлайн-проекттар әҙерләргә тәҡдим итә.
Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттарын алыуға бөтәһе 287 ғариза бирелде. Документтар ҡабул итеү 31 ғинуарҙа тамамланды. Рафаэль Шафиҡов рәйеслегендәге эксперт советы ҡарағандан һуң, дәүләт аҡсаһын алыу тәртибенә тап килмәүе сәбәпле, 90-дан ашыу ғариза кире ҡағылды. Документтарға юридик экспертиза ла үткәрелде.