Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2019, 17:17

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң ҡыҙығы, Эшһеҙҙәр көнө лә! Эшләргә теләмәүселәр өсөн бигерәк тә уңайлы: улар, рәхәтләнеп һәм кәйефтәренә ҡарап, байрамды төрлөсө үткәрә ала.

Шулай уҡ төрки донъяһы өсөн кисә Науруз байрамы, йәғни яңы йыл башланған көн булды. Науруз – фарсы һүҙе, “яңы көн” тигәнде аңла­та. Иранда ул Ҡояш календары буйынса яңы йыл башланған көн тип һанала. Шулай уҡ Төркиә һәм Евразияның ҡайһы бер халыҡтарының да ҡояш календары буйынса Яңы йыл байрамы Наурузға бәйле.

2009 йылдың 30 сентябрендә ЮНЕСКО тарафынан 21 март Халыҡ-ара науруз көнө тип иғлан ителгән. Һәр милләт был байрамды үҙенсә билдәләй.

Байрам өҫтәленә ете төр ризыҡ – бойҙай ононан бешерелгән көлсә, кукуруздан, тарынан, фасолдән, борсаҡтан, дөгөнән, кунжуттан әҙерләнгән аҙыҡ-түлек ҡуялар.

Күп милләтле Башҡортостанда ла Науруз байрамы даими үткәрелә.

'Башҡортостан' гәзитенән. '
Читайте нас в