Дим буйҙары
+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
25 Марта 2019, 11:57
Бөйөк Урал юлы саҡыра
Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының “Бөйөк Урал юлы” экологик туризмды үҫтереү буйынса пилот проектының исем туйы 28 мартта Өфөлә үтәсәк.
Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының конференциялар залында проекттың етәкселәре – “Башҡортостан” милли паркы директоры Владимир Кузнецов һәм “Ырымбур ҡурсаулығы” директоры Рәфилә Бакирова менән осрашыу буласаҡ.
“Бөйөк Урал юлы” – Уралдың милли парктарында һәм ҡурсаулыҡтарында экологик туризмды үҫтергән беренсе киң проект. Ул федераль кимәлдәге махсус һаҡланған 14 тәбиғәт биләмәһен берләштерә, ә етәүһе халыҡ-ара әһәмиәткә эйә, ЮНЕСКО-ның биосфера резервы статусы бирелгән.
Владимир Кузнецов белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыу сифатлы туристик хеҙмәттәр селтәре булдырыу мөмкинлеге бирәсәк, ҡырағай тәбиғәткә сәйәхәт ҡылыуҙың яңы юлдары асыласаҡ.
Ойоштороусылар милли парктарҙың һәм ҡурсаулыҡтарҙың булған инфраструктураһы, улар менән хеҙмәттәшлек итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ маршруттарҙың варианттарын тәҡдим итәсәктәр.
'Башҡортостан' гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"