Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Март 2019, 11:09

Диңгеҙ буйынан - диңгеҙ тиклем хистәр менән

Сибай ҡалаһынан бөр төркөм бала Ҡырымда ял итеп ҡайтты.

Ике республика етәксеһе килешеүе һөҙөмтәһендә, Ҡырымда 500 бала ял итте. Улар һаулығын нығытты, экскурсияларҙа булды, спорт белән шөғөлләнде, күңел асты, ял итте.

- Беҙҙең тәьҫораттар диңгез кеүек, - ти балалар. - Унда тағын барасаҡбыҙ әле, әммә өйгә ҡайтыу тағын да шатлыҡлыраҡ.

Республика шифаханаларынды йәнә 594 кеше ял итте. Унда балалар ғына түгел, өлкәндәр, бала ҡараусы әсәләр ҙә ял итте.

Ғинуар урталарынан алып, Сибай ҡалаһында республика табиплары халыҡты ҡабул итте. Ошо ваҡыт эсендә 18700 кешегә ярҙам күрһәтелде, тимәк, Сибай ҡалаһында йәшәүсе халыҡтың өстән бер өлөшө һаулығын нығытыуға мөмкинлек алды.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: