Рәсәй Президентының Иҙел буйы федераль округындағы Тулы вәкаләтле вәкиле Игорь Комаров журналистар менән аралашыу мәлендә Башҡортостанда республика тормошона битараф булмаған, уның өсөн тырышыусы халыҡ йәшәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Игорь Комаров белдереүенсә, республиканың яңы етәксеһе халыҡ мәнфәғәттәре өсөн йәшәүен һәм эшләүен, ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙ командаһы менән ҡатмарлы, тәү ҡарашҡа, хәл итеп булмаҫтай мәсьәләләргә сиселеш тапты.
«Мин әлеге динамиканың һаҡланыуын, халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу һәм уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙең дауамлы булыуын теләр инем. Республика власы һәм Башҡортостандың күп милләтле халҡының үҙ-ара аңлашып, килешеп эшләүе өсөн тулы нигеҙ бар, һәм беҙ быға ышанабыҙ, - тип белдерҙе ул.
Игорь Комаров фекеренсә, Башҡортостан алдағы йөз йылда, әле күҙ алдына ла килтереп булмаған, гүзәл, ҡеүәтле, үҫешкән төбәк буласаҡ.
- Йөз йыл - үткәндәргә баһа биреү өсөн мөһим дата. Башҡортостан халҡына һәм уның етәкселегенә, алдағы йөз йыллыҡты лайыҡлы ҡаршылауҙарын теләйем, - тине ул.