Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Март 2019, 16:25

Тәүге өс ай өсөн – “2”

Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә йорттарға янғынды хәбәр итеү ҡоролмаларын (пожарные извещатели) ҡуйыу тураһындағы мәсьәлә күтәрелде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров янғындан халыҡты, бигерәк тә балаларҙы аралау маҡсатында әҙ тәьмин ителгән, күп балалы, имен булмаған ғаиләләргә янғын приборҙары ҡуйырға кәрәклекте күптән әйткәйне.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала республикала 127 янғын сыҡҡан. Дөйөм алғанда, быйыл тәүге кварталда, былтырғыға ҡарағанда ут сығыу арҡаһында үлем осрағы күберәк теркәлгән. Әлеге ваҡытта йыл башынан алып 91 кешенең һәләк булған (шуларҙың бишеһе балалар). Был үткән йыл менән сағыштырғанда 22 кешегә артығыраҡ тигән һүҙ.

Үкенескә күрә, янғындарҙа балалар ҙа ҡорбан була. Фажиғә күрһәткестәрен анализлағанда, ауыл ерендә сыҡҡан янғында балаларҙың күберәк үлеүе теркәлгән. Мәҫәлән, былтыр утта һәләк булыусы 10 баланың туғыҙы ауылдан. Быйыл бюджет иҫәбенән балалы ғаиләләргә (үрҙә һаналған категорияға ингән) барлығы 75 688 янғынды хәбәр итеүсе прибор ҡуйылған. Әммә быйыл тыуған балалар йәшәгән йорттарҙа һаман прибор ҡуйыу яйға һалынмаған. Шуны иҫтә тотоғоҙ: янғынды хәбәр итеүсе ҡорамалдар арҡаһында тиҫтәләгән бала уттан ҡотҡарылған. Тағы шуныһы: прибор торған хәлдә лә, уның төҙөклөгөн, эшләү-эшләмәүен ҡарарға кәрәк. Янғын хәүефһеҙлеге һағындағылар, ата-әсәләр, барыһына ла һеҙ яуаплы.

Радий Хәбиров, был йылдың беренсе өс айында янғын буйынса мәғлүмәттәрҙе күҙ уңында тотоп, был темала беҙгә "2" биолдәһе, тине.

Әйткәндәй, беҙҙә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы булдырылған.

"Башинформ. "
Читайте нас: