Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Март 2019, 12:26

2020 йыл - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу

Башҡортостанда 2020 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә.

Был 2010 йылда уҙған бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбенә ҡарағанда 5 меңгә аҙыраҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев хәбәр итте.

Киләһе йылда халыҡ иҫәбен алыуға йәлеп ителгән кешеләрҙең аҙайыуы цифрлаштырыу менән бәйле, йәғни күпселек осраҡта мәғлүмәттәр электрон ысул менән тапшырыла.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың октябрендә иҫәп алыусылар һәм Дәүләт хеҙмәттәре сайты ярҙамында башлана. Иҫәп алыусыларға уңайлы булһын өсөн статистиктар Радий Хәбировтан урам исемдәре һәм йорттоң һаны яҙылған күрһәткестәр ҡуйырға күрһәтмә биреүен һораны.

Белгестәр фаразына ярашлы, 2030 йылға Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың — 180 мең кешегә, эшкә һәләтле йәштән йәшерәктәрҙең 100 меңгә кәмеүе, өлкән йәштәгеләрҙең 145 меңгә артыуы көтөлә.

2019 йылдың 1 ғинуарына республиканың 54 муниципаль районынының 12-һендә халыҡ һаны 20 мең кешенән аҙыраҡ тәшкил иткән.

"Башинформ".
Читайте нас: