Фестивалдә ҡатнашырға сәсәндәр, батырҙар тураһында эпостар башҡарыусылар һәм халыҡ ижадының башҡа жанрҙарында (эпос, ҡобайыр, иртәк, бәйет, йыр һәм башҡалар) ижад итеүселәр саҡырыла. Йәш буйынса сикләү юҡ.
Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусы өлкән быуын вәкилдәренең үҙҙәре яҙған әҫәрҙәре лә ҡабул ителә. Был эштәр айырым номинацияла бүләкләнәсәк.
Иң ҡыҙыҡ һәм көнүҙәк эштәр “Шоңҡар” журналы биттәрендә донъя күрәсәк.
Конкурс ике этапта “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Салауат әйтеше” Республика сәсәндәр бәйгеһе” төркөмөндә уҙасаҡ. Беренсеһендә, ҡатнашыусылар бирелгән темаға үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәр тәҡдим итәсәк (март, апрель, май – берәр тема).
Жюри ағзалары араһында ғалимдар, яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, халыҡ ижады белгестәре бар.
Еңеүселәрҙе “Салауат йыйыны” фольклор байрамы сиктәрендә бүләкләйәсәктәр.
'Башҡортостан' гәзитенән.