Унда һаҡлыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин республикала юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы тураһында сығыш яһаны. Ун йылда республикала шундай ярҙам күрһәтеүсе учреждениелпр һаны ете тапҡыр артҡан. Бөгөн ул 22 медицина ойошмаһын үҙ эсенә ала. Был ярҙам көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән.Сарала, шулай уҡ, яман шеш менән ауырыусыларҙы дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Ағымдағы йылдан Мотлаҡ медицина страховкалауы федераль фонды тарафынан яман шешкә ҡаршы терапияны финанслау күпкә арттырылған. Бынан тыш, 1 апрелдән амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре эшен башлаясаҡ, унда пациенттар яман шешкә ҡаршы терапияны еңел һәм уртаса схемалар буйынса ала аласаҡ. Шул рәүешле төбәктә химия терапияһын ойоштороуҙың һөҙөмтәле схемаһы булдырыласаҡ.