Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Март 2019, 21:06

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы яңы документ әҙерләй.

Ул гүзәл заттың эш көнөн оҙайтырға йыйына. Әле ауылда ҡатын-ҡыҙ аҙнаһына башҡалар кеүек 40 сәғәт түгел, ә 36 сәғәт хеҙмәт һала, әммә эш хаҡын тулыһынса ала. Ҡыҫҡа эш аҙнаһы тураһындағы норма РСФСР Юғары Советының 1990 йылдың 1 ноябрендәге “Ауылда ҡатын-ҡыҙҙың, ғаиләнең хәл-торошон яҡшыртыу, әсәлекте һаҡлау буйынса кисектергеһеҙ саралар” тигән ҡарары менән нығытылған ине.

Был үҙгәрешкә Ауыл сәнәғәте комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҡаршы төштө. Унда ауыл ҡатын-ҡыҙына шәхси хужалыҡ эштәре менән булышырға өҫтәмә ваҡыт кәрәген дәлил итеп килтерәләр. Заман уңайлыҡтары булдырылыуына ҡарамаҫтан, әлегәсә ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙ иңенә күп йөк төшә. Һаман да һыуҙы ҡоҙоҡтан ташырға, мейес яғырға тура килә. Етмәһә балалар ҙа автобуста күрше ауыл мәктәптәренә йөрөп уҡый, тимәк, уларҙы ла иртәрәк хәстәрләп, юлға оҙатырға кәрәк.

“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, илдә ауылда 20,3 миллион гүзәл зат вәкиле йәшәй, шуларҙың 63,3 проценты эшләй. Шулай итеп, яңылыҡ 12,9 миллион кешегә ҡағыласаҡ.

"Башҡортостан" гәзитенән.