Дим буйҙары
+13 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
27 Марта 2019, 18:26
Биш көнлөк уҡыу башлана
1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә. Баш ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Рәмилә Ишемғолова белдереүенсә, 1 сентябрҙән бөтә уҡыусылар ҙа бындай режимда белем ала башлаясаҡ.
Әлеге мәлдә Өфөнөң 20 мәктәбе биш көнлөк уҡытыуға күскән дә инде.
Билдәле булыуынса, бындай идеяны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне. Уның әйтеүенсә, балалар күп ваҡытын мәктәптә үткәрә, шуға күрә ял көндәрен ата-әсәһе менән булһын. Әммә был башланғыс уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡында сағылырға тейеш түгел. Буш ҡалған 32 шәмбенең һигеҙен мәктәпкә арнарға тәҡдим итте төбәк етәксеһе.
Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына икенсе сменала уҡығандар ҙа күсә ала. Бының өсөн көндөң икенсе яртыһындағы дәрестәрҙе 40 минутҡа тиклем ҡыҫҡартасаҡтар һәм уҡыу көнө киске сәғәт 7-лә тамамланасаҡ. Бөгөн баш ҡала уҡыусыларының (бөтәһе 118 мең бала) 19 меңе икенсе сменала уҡый.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"