Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
27 Марта 2019, 15:43
Һөнәри байрам менән!
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Росгвардия ғәскәрҙәрен Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре көнө айҡанлы тәбрикләне.
Росгвардияның республика идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Голубҡа ебәрелгән ҡотлауҙа төбәк етәксеһе ошо ғәскәрҙәрҙең 1811 йылдың 27 мартында император Александр I Указына ярашлы төҙөлгән эске һаҡ батальондарының данлы традицияларын лайыҡлы дауам итеүен билдәләне. Улар заманса ҡоралды һәм техниканы уңышлы үҙләштерә, һөнәри әҙерлекте һәм хәрби тәжрибәне камиллаштыра, Рәсәйҙе тышҡы һәм эске хәүефтән һаҡлау буйынса яуаплы бурыстарҙы юғары кимәлдә үтәй.
“Хоҡуҡ тәртибен, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү, мөһим дәүләт объекттарын һаҡлау өсөн көрәштең алғы сафында атлап, һеҙ илебеҙҙең милли мәнфәғәттәрен һәм дәүләт суверенитетын ышаныслы яҡлайһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо иҫтәлекле көндә һеҙгә бөтмәҫ көс-ҡеүәт, еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем! Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек һәм именлек һеҙгә!”
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"