Район дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы башлығы Эдик Григорьев, инспекцияның белгес-эксперты Алһыу Хәлилова һәм район ауыл хужалығы идараһының баш инженеры Виталий Ерофеев составындағы комиссия Киров исемендәге кооперативта булды. Машина паркында 21 тәгәрмәсле һәм сылбырлы трактор әҙерлек һыҙығына баҫты. Уларҙы ҡарауҙан комиссия ағзалары ҡәнәғәт ҡалды.