Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
28 Марта 2019, 06:54
Кәңәш-тәҡдимдәре мотлаҡ үтәләсәк
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың граждандарҙы яҡлау сараларын ойоштороу йәһәтенән ҙур әһәмиәтен билдәләне.
Добавить в предпочтительные источники Google
“Уларҙың тәжрибәһе ҙур. Совет белгестәре өсөн иң мөһиме – кеше хоҡуҡтары. Улар алданмай, һатылмай, хаталанмай. Ошондай эшмәкәрлектәре ярҙамында беҙ һәр ваҡыт хәл-ваҡиғаның ғәҙел, аныҡ картинаһын күрәбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Совет вәкилдәренең төрлө йәһәттән бик күп тәҡдимдәрен ишеттек. Улар бик файҙалы. Беҙҙең идара итеү командаһы кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға, хоҡуҡтарын һөҙөмтәле яҡлауға йүнәлтелгән тәҡдимдәрҙе тыңларға һәр саҡ әҙер”.
Совет ағзалары эшен дауам итә. Был сара уларҙың кәңәш-тәҡдимдәрен ҡабул итеү менән тамамланасаҡ, әйтелгәндәре мотлаҡ үтәләсәк. Өҫтәүенә быйыл йәй тағы ла осрашырға килешелгән.
'Башҡортостан' гәзитенән.
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"