Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2019, 12:53

Конкурста ҡатнашығыҙ!

60 йыл элек Александр Рюмин Шүлгән-Ттш мәмерйәһендә тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен табып Башҡортостанды бөтә донъяға билдәле иткән асыш яһаны. Ошо мөһим датаға ҡарата “Шүлгән-таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы һеҙҙе республика күләмендәге ижади конкурста ҡатнашырға саҡыра.

Конкурста 7 йәштән алып бар республика халҡы ҡатнаша ала. Эштәр “А.В.Рюмин – Шүлгән-таш мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙе тәү башлап асыусы” , “Шүлгән-таш мәмерйәһенең башҡорт фольклорындағы урыны”, “Шүлгән-таш –Рәсәйҙә һәм Көнсығыш Европала иң боронғо картиналар галереяһы” темаларына ярашлы башҡарылырға тейеш. Эштәр ике номинация буйынса: һынлы сәнғәт һәм графика, әҙәбиәт (поэзия, проза) ҡабул ителә. Баһалаған ваҡытта улар өс категория буйынса ҡараласаҡ: 7-12 йәшлектәр; 13-17 йәшлектәр, ололар. Һүрәттәр А3 форматындағы ҡағыҙҙа, рамкаһыҙ булырға тейеш. Әҙәбиәт номинацияһына ҡараған эштәр А4 форматында 3 биттән артмаҫҡа, Times New Roman шрифтының 14-се размерында, 1,5 интервалы менән баҫылырға тейеш, башҡорт һәм рус телдәрендәге эштәр ҡабул ителә. Тапшырылған эш икәүҙән артырға тейеш түгел. Һәр эш ҡатнашыусы тураһындағы мәғлүмәт менән булырға тейеш: тулыһынса исем-шәрифегеҙ, йәшегеҙ, тулыһынса адресығыҙ, уҡыусылар өсөн тағы ла мәктәбегеҙҙе һәм уҡыған класығыҙҙы күрһәтеү мөһим. Автор тураһындағы мәғлүмәт һүрәттең үҙенә йәбештерелмәй, ә ҡағыҙҙың кире яғына беркетелеүе мотлаҡ. Бының өсөн степлер ҡулланмауығыҙ һорала.

Конкурс 15 мартта старт алып 20 апрельға тиклем бара. Еңеүселәр 30 апрелгә тиклем ҡурсаулыҡтың сайтында, социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрендә иғлан ителәсәк. Шулай уҡ, иң яҡшы эштәр “Бәйләнештә” селтәрендәге беҙҙең “С любовью, Шульган-таш!” тип аталған рәсми төркөмөбөҙҙә һалынып барыласаҡ. Еңеүселәрҙе дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Конкурстың кураторы Ләлә Хәйбуллина – ҡурсаулыҡтың экологик ағартыу, пропаганда һәм информация бүлеге етәксеһе, тел. (34755) 3-37-10; 967 740 99 30; электрон адрес – [email protected].

Эштәрҙе түбәндәге адрес буйынса ебәреүегеҙ һорала: 453585, Бурзянский район, д. Иргизлы, ул. Заповедная, 14.

Конкурс барышы менән “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының рәсми сайтында www.shulgan-tash.ru таныша алаһығыҙ.
Читайте нас: