Дим буйҙары
-9 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2019, 23:19

Апрель һынамыштары

Яҙҙың икенсе айында көндәр йылына, ағастар бөрөләнә, сәскәләр тумалаҡлана, көньяҡтан ҡоштар ҡайта. Айҙың халыҡсан исеме “ҡар ҡыуғыс”, сөнки ҡар шәп ирей, гөрләүектәр күңелле аға. Күп йылдар алып барылған күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһендә алдан көн торошон, буласаҡ уңышты күҙалларға була.

1 апрелдә күктә йондоҙҙар күренмәһә, йылы көндәр көтөлә.

2 апрелдә йылғаларҙа боҙ шәп аҡһа, уңыш яҡшы булыр. Был көндә һалҡын тормаһа, ҡоштар парлашһа, йәй йылы килер.

3 апрелдә ҡояш ҡалҡҡанда нурҙары һары икән – яҡшы көндәргә.

4 апрелдә иртән ҡояш тирәләй ҡыҙыл һыҙат күренһә – йәшелсә уңышына.

5 апрелдә ҡайын һыуы күп булһа, тимәк, йәй ямғырлы килә.

6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа – һыуыҡҡа.

7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.

8 апрель ниндәй – 8 октябрь ҙә шундай.

9 апрелдә әтәс көндөҙ ҡысҡырмаһа, ике-өс көндән яуым-төшөм көт.

10 апрелдә ҡояш ҡалҡҡанда асыҡ ҡыҙыл төҫтә булһа һәм болоттар юғалһа – ямғырға.

11 апрелдә болоттар юғары һәм шәп йөҙһә – яҡшы көнгә, аҫта икән – ямғырға.

12 апрелдә тәүге күк күкрәүе ишетелһә – йылы йәйгә.

13 апрелдә иртән ваҡ күҙле ямғыр яуһа, йәй ҙә ямғырлы була.

14 апрелдә гөрләүектәр шәп аҡһа, үлән мул үҫер.

15 апрелдә йылғалар ярҙарынан сыҡһа, үлән шәп булыр һәм бесәнгә иртә төшөү күҙаллана.

16 апрелдә йылғаларҙа һаман боҙ китмәһә, был йылда балыҡ насар ҡабыр.

17 апрелдә болоттар өҫтә бик шәп йөҙһә, аяҙ көндәр көтөлә.

18 апрелдә көндөҙ йылы, төндә һалҡын икән – көн торошо яҡшы булыр.

19 апрель елһеҙ, тыныс булһа, иген уңыр.

20 апрелдә күктә йондоҙҙар күп икән – бәшмәк уңышына.

21 апрель ҡояшлы булһа – матур йәй, болотло икән – ямғырлы йәй.

22 апрелдә ел, томан кеүек тәбиғәт күренештәре күҙәтелһә, уңыш мул булыр.

23 апрелдә төш алдынан ялбыр болоттар йыйылһа, кискә ямғыр көт.

24 апрелдә гөрләүектәр аҡмаһа, яҙ һуң килә, йәй насар була.

25 апрелдә ҡояш томанлы күренһә, ашлыҡ уңа.

26 апрелдә баҡа тауышын ишетһәң, һоло сәс.

27 апрелдә еңел болоттар ҙур һороларын үтеп китһә, кис ямғыр яуа.

28 апрель тирәһендә бер нисә көн рәттән көньяҡтан ел иҫһә – яуынға.

29 апрелдә йәйғор сыҡһа – насар көн торошона.

30 апрелдә бал ҡорттары сейә сәскәһенә ҡунһа, сейә уңыр.
Читайте нас в