Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель 2019, 21:36

Башҡорт музыкаһы яңғыраны

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Наумовка Балалар сәнғәт мәктәбендә башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен һәм башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарыусыларҙың зона инструменталь конкурсы булып уҙҙы.

Бәйге Стәрлетамаҡ районының мәҙәниәт бүлеге һәм Салауат музыка колледжы менән берлектә ойошторолдо. Бәйгелә Әлшәй, Бишбүләк, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм Федоровка райондарынан балалар ҡатнашты.

Бишбүләк Балалар сәнғәт мәктәбен фортепьяно класының йәш музканттары тәҡдим итте. Тулҡынланыуҙарын һәм ҡурҡыуҙарын еңеп, ҡатнашыусылар конкурс программаһын үтеп сыҡты, составында фортепьяно класы буйынса урта һөнәри белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Салауат музыка колледжының юғары категориялы уҡытыусыһы Т.И. Гагнидзе һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат музыка колледжының баян класы буйынса юғары категориялы уҡытыусыһы В.Н.Каширин булған абруйлы жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың сығышын юғары баһаланы.

Дипломант исеменә Наилә Хәкимуллина, Ника Павлова, Виктория Осипова лайыҡ булды. Аделина Ғәбдрахимова III дәрәжә лауреат дипломы менән бүләләнде. Фортепьяно класының ата-әсәләренә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, йәш музыканттарға ижади уңыштар, ирешелгәндәр менән генә туҡталып ҡалмайынса, яңы уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ.

Фәнилә Мирғәлиева,

Бишбүләк ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: